«Айгөл иле» драмаһын тамашасы йылы ҡабул итте

Ағиҙел ҡалаһы «Иҙел» мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Тамаша» театр студияһы быйыл йәнә яңы премьера менән һөйөндөрҙө. Мәшһүр шағир, яҙыусы, драматургыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан, режиссер Рәсимә Сәләхова «Айгөл иле» драмаһын сәхнәләштерҙе.
Ун ете йәшлек Айгөл әсәһенең ағаһы йортонда тәрбиәләнеп үҫә. Уның әсәһе Зөлхәбирә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яралы ирен күрергә тип, ауылдан сығып китеп юғала. Айгөл бергә үҫкән Ричард Галин исемле егет менән кешелек донъяһына әсәһен табырға ярҙам һорап хат яҙа. Һәм бына бәхет – 12 йыл элек сығып киткән әсәһе Италиянан яңы ире менән ҡыҙын алырға ҡайтып төшә. Ирҙәрен һуғыш йылдарында юғалтҡан әхирәттәре Зөлхәбирәне ҡабул итмәй, сит илгә китеп, һәләк булған ире хәтеренә хыянат итеп, буржуйға кейәүгә сыҡҡаны өсөн ғәфү итә алмайҙар. Аҙаҡ уға ауылда ҡалырға ҡушалар. Тик Италияла тағы ике балаһы көтөп ҡалған әсә был тәҡдимде кешелекһеҙ тип һанай, һәм, ләғнәткә күмелеп булһа ла, өлкән ҡыҙын үҙе менән китергә өгөтләй. Айгөл башта ҡыуанып риза була, тик, коммерсант сеньор Пиккио уны Римда иң бай миллионерға кейәүгә бирәсәген ишеткәс, тәҡдимде кире ҡаға, ябай ауыл егете Ричардты яратҡанын аңлай. Бахыр әсә ҡыҙын ташлап китергә мәжбүр була.
Ни өсөн Зөлхәбирә әхирәттәренән ғәфү үтенмәй һуң? Сөнки ул үҙен ғәйепле һанамай. Иренең ҡәбере янында уны фашистар пленға алалар, ул бер нисә тапҡыр ҡаса, ҡасҡан һайын уны үлтерә яҙғансы язалап, туҡмайҙар, ҡыҙған тимер менән тәненә келәймә һалалар. Бәхетенә ҡаршы, лагерҙарҙан ҡаса йөрөп, Италияға барып сыҡҡас, уны тирмәнсе Карло Пиккио үҙ ҡанаты аҫтына ала, аҙаҡ өйләнә, һуғыштан һуң ул байып китә. Зөлхәбирәнең тормошо рәтләнә, тик ул Советтар Союзына ҡайта алмай, сөнки уны шунда уҡ һатлыҡ йән тип төрмәгә ултыртырҙар ине. Келәймәләрҙе күргәс, әхирәттәре уны ҡыҙғана, тик совет идеологияһы тарафынан тәрбиәләнгән йәш ҡатындар илгә хыянат иткән кешене күрә алмай, хатта ул алып ҡайтҡан бүләктәрҙе алырға ғорурлыҡтары аша атлап сыға алмайҙар.
Айгөлдөң Италияға китеүҙән баш тартыуы ниңә кәрәк ине Зәлхәбирәнең әхирәттәренә? Бары тик Айгөл тыуған ерен, ошо урманын, умарталығын, тау-ҡыяларын ғына ташлап китмәһен! Кеше ҡайҙа тыуған, шунда йәшәргә тейеш. Донъя күреү, рәхәт йәшәү, бәхетле булыу – ябай ауыл халҡы өсөн түгел. Ирһеҙ ҡалып, тормош арбаһын яңғыҙы тартыусы был ҡатындарҙы ла ҡаты хөкөм итергә ярамай. Улар бер ҡатлы кеүек. Ошо ябай ауыл ҡатындары илдәренә, ирҙәренә, тормош ауырлыҡтарына мәңге тоғро булып ҡала. Ә залда тамашасы мыш-мыш морон тарта.
Режиссер Рәсимә Сәләхова был пьесаны аңлы рәүештә һайлай. Егерме йылдан артыҡ эшләп килгән «Тамаша»ның коллективы бик көслө һәм һәләтле артистарҙан тора. Етмәһә, быйыл ул яңы, йәш артистар менән тулыланған. Айгөл ролен уйнаған Лиана Ҡаюмова туғыҙынсы класта ғына уҡыһа ла, уны хәҙер үк өлгөрөп килгән йондоҙ тип атайҙар. Тапҡыр һүҙҙәре, ҡыланышы менән тамашасының күңелен асҡан Ричард Галин образын һынландырыусы Денис Бакиев та мәктәп уҡыусыһы, Илдар ролен башҡарыусы Тимур Садыков – колледж студенты. Зөлхәбирә ролен уйнаған Зөлфиә Хәбированың һәләте күптәр өсөн асыш булды. Ауыл ҡатындары образдарын кәүҙәләндергән Нурания Арыҫланова, Гөлшат Сәләхова, Алһыу Әхмәтдинова менән Ләйсән Әмирова өсөн дә был постановка беренсе тәжрибә булды. Шуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәрен сәхнәлә бик ышаныслы тотто. Икенсе план артистары Гөлнәфисә Шәйхетдинова менән Аделия Ғүмәрова уйнаған образдар ҙа тамашасының күңелененә хуш килде. Урал Шөғәйепов (сеньор Пиккио) менән Әлфит Ваһапов (бабай) – Ағиҙел тамашасыһына күптән таныш артистар. Етмәһә, Әлфит Ваһапов декорацияларҙы үҙ ҡулдары менән эшләгән. Костюмдар – Ксения Трегубованың ижад һәм хеҙмәт емеше, спектаклде музыкаль яҡтан Зөлфәт Тимеров биҙәне.
Рәсимә Сәләхова ваҡыт табып, көн һайын репетицияларға йөрөгән артистарына ҙур рәхмәтен белдерҙе. «Улар барыһы ла эш, уҡыу менән мәшғүл кешеләр, мәҙәниәт йортона йүгереп киләләр ҙә, репетициянан һуң йүгереп ҡайтып китәләр», – ти. Бигерәк тә йәш артистарҙың еренә еткереп уйнауы һөйөндөрҙө. Премьера бик уңышлы булды, тамаша залында алма төшөрлөк урын да юҡ ине, алҡыштар, ҡотлауҙар, сәскәләр – былар барыһы ла ысын театр билдәләре.
Шуныһы үҙенсәлекле, премьераға күрше генә булған Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылынан килеүселәр ҙә күп ине. Бер нисә артист, шул иҫәптән төп героиняны уйнаған Лиана Каюмова ла, ошо ауылдан, унда ҡыҙҙы бик яраталар һәм талантын юғары баһалайҙар. Тәрән хис-тойғо һәм ихлас итеп үҙ ролен уйнай алған һәүәҫкәр артист һүҙ көсөн кешегә еткереү һәләте барлығын үҙе лә аңлап бөтөрмәйҙер әле. Режиссерҙың төп героиняны дөрөҫ һайлауы һәм йәш артистканың образға тура килеүе спектаклгә уңыш алып килде.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *