Ағастар шаулап үҫер

1000 ҡайын, 700 миләш, 600 йүкә үҫентеһе… Ошо көндәрҙә Үрге Тәтешленең Әнғәм Садыҡов урамында шул тиклем ағас ултыртылды.

Үрге Тәтешле ауыл советы тарафынан Республика көнөнә арнап ойошторолған акцияға «Берҙәм Рәсәй», йәш депутаттар ассоциацияһы, йәш гвардиясылар, Үрге Тәтешле ауыл советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар, Төньяҡ микрорайонында йәшәүселәр ҡушылды.

Планлаштырылған көндө эш иртә менән башланып китте. Билдәләнгән сәғәткә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән үҫентеләр килтерелде, коммуналь хеҙмәттең һыу тултырылған машинаһы ла килеп етте. Көн дауамында алдан уҡ әҙерләнгән берәр километрлы өс бураҙнаға ҡайын, миләш, йүкә үҫентеләре сафҡа баҫҡан һалдаттарҙай теҙелде. Ҡулдарына көрәк, биҙрә алып, күмәк эшкә үҙ өлөшөн индерергә ашыҡҡан һәр кемдең күңеле көр, кәйефе яҡшы ине. «Ағастарыбыҙ үҫеп китһә, бына тигән аллея буласаҡ», – ти улар.
Бынан тыш, был көндө Еңеүгә 55 йыл урамынан алып Әнғәм Атнабаев урамының боролошона тиклем трассаның ике яғына ла 600 йүкә ултыртыу планлаштырылғайны. Акцияла ҡатнашыусылар, арыуҙарына ҡарамаҫтан, был эште лә, көндөң ҡоро тороуынан файҙаланып, кискә ҡәҙәр тамамларға ашыҡты.
Урамдарҙы сүптән таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса ра-йон үҙәгендә әүҙем эш алып барыла. Уҙған йылдың көҙөндә лә төҙөлөп килеүсе сиркәү янындағы трассаның ике яғына 2500 шыршы, ҡайын, йүкә үҫентеләре ултыртылғайны. Улар инде матур ғына үҫеп килә.

– Йәшәгән еребеҙгә иғтибарҙы ни тиклем күберәк бирһәк, шул ҡәҙәр яҡшыраҡ. Дөрөҫ, кеше ғүмеренә хәүеф янаған, төҙөлөш объекттарына ҡамасаулаған ағастар киҫелеп тора. Бер киҫелгәне урынына бөгөнгө кеүек өмәләр барышында йөҙләгәне ултыртылыуы ҡыуандыра. Халҡыбыҙ тырыш, булдыҡлы – йәшәгән йорттары янына ла ағас ултыртыусылар күп, әммә уларҙың электр сымдарына, газүткәргестәргә ҡамасаулауын онотмаҫҡа кәрәк. Ә ошондай аллеяларҙың ролен әйтеп тораһы ла юҡ. Әлеге сараларҙы киләһе йылдарҙа ла дауам итергә ниәтләйбеҙ, – тип белдерҙе Үрге Тәтешле ауыл советы хакимиәте башлығы Рәмил Йәмилев.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *