Ағиҙелгә ярҙам күрһәтеләсәк

Башҡортостан Республикаһы иҡтисадын тотороҡло үҫтереү һәм социаль стабиллекте булдырыу буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышы барышында республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы ауыр социаль-иҡтисади хәлдә булған Межгорье, Сибай һәм Ағиҙел муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү инициативаһы хупланды.

Был ҡалаларҙың һәр береһе айырым бер проектты тормошҡа ашырыу маҡсатынан барлыҡа килгән, тик улар моно-ҡала тип аталыр өсөн критерийҙарға тура килмәй. Был ҡалаларға монопрофилле муниципаль берәмектәргә кеүек, тик республика бюджетынан ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде. Хәҙер Иҡтисад үҫеше министрлығы ҡалаларҙың хакимиәттәре менән берлектә кәрәкле норматив база әҙерләү өҫтөндә эшләй.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *