Ағиҙелдә «Башҡортостан ынйылары» фестиваль-конкурсының зональ этабы үтте

Халыҡ ижады ынйыға тиң

 

 Был фестивалдә тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән уҡыусы балаларҙы берләштергән фольклор төркөмдәр көс һынашты. Сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналды. «Легендаларҙа – халыҡ тарихы» тигән әйтем фестивалдең төп девизы булды.

 

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы  һәм Ағиҙел ҡалаһының мәғариф бүлеге. Жюри составында мәғариф бүлеге белгестәре, башҡорт теле уҡытыусылары һәм «Иҙел» мәҙәниәт йорто методистары булды. Конкурста Яңауыл, Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Краснокама һәм Борай райондарынан 11 йәштән 17 йәшкә тиклем балаларҙы берләштергән командалар ҡатнашты.

Фестивалдең төп маҡсаты – мәктәп балаларын башҡорт халҡының  тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу, тыуған төбәктең ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, халыҡ педагогикаһына нигеҙләнгән тәрбиә һәм уҡытыу йолаларын  үҫтереү,  уҡыу-тикшеренеү  һәм ижади эҙленеүҙәргә ылыҡтырыу. Ошо эҙләнеүҙәр менән булышҡанда балаларҙа туған тел, тарих, халыҡ ижады, этномәҙәниәткә   ҡыҙыҡһыныу арта, уларҙың музыкаль-эстетик зауығы үҫешә. Конкурс  рус һәм башҡорт телдәрендә үтте.

Тыуған төбәктең тарихын һәр кем белергә тейеш, сөнки уның тормошо нисек булһа ла тыуған һәм йәшәгән территорияға бәйле була. Кешеләр элек-электән тирә-яҡты өйрәнеп, белемдәрен арттырған һәм туплаған тәжрибәләрен киләсәк быуынға тапшыра барған. Ағиҙел ҡалаһы башҡорт гимназияһының «Аманат» төркөмө тап ошо теманы тикшерергә булған. Улар бер төбәктә йәшәгән халыҡтың тарихи-мәҙәни мираҫын өйрәнгән. Нисәнсе быуатта йәшәүгә ҡарамаҫтан, йәш быуын илһөйәр булып үҫергә, Ватанынына тоғро булырға, ил тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән ғорурланырға тейеш.

Сәхнәгә  һәләтле балалар күтәрелде һәм төрлө халыҡ музыка ҡоралдарында: гармун, баян, ҡубыҙ, думбыра һәм мандолинала уйнаны. Уларҙың йыр-бейеүенә тамашасы таң ҡалды.

Һәр команда төрлө номинацияларҙа еңеүсе итеп танылды, ә Гран-приға иһә Борай районынан килгән уҡыусылар лайыҡ булды. Ағиҙел ҡалаһы башҡорт гимназияһы төркөмө икенсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

 

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *