Ағиҙелдә боҙ аҫтынан балыҡ тотоу буйынса республика беренселеге үтте.

Балыҡсылар бер нисә номинацияла ярышты. Беренселәрҙән булып балыҡ ҡаптырыусы, иң ҙур һәм иң бәләкәй балыҡ тотоусы, иң күп балыҡ тотоусы айырым билдәләнде. Еңеүсе – Өфө ҡалаһынан эшҡыуар, балыҡ тотоу буйынса республика федерацияһы ағзаһы Евгений Дунюшкин өс сәғәт эсендә 6 кило 540 грамм балыҡ тотто. Беренселекте ойоштороусылар Ағиҙел ҡалаһы тирәһендәге һыу ятҡылыҡтарының балыҡҡа байлығын билдәләп үтте.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *