Ағиҙелдә икенсе йыл рәттән ҡарҙан эшләнгән фигуралар ихаталарҙы биҙәй

Яңы йыл алдынан Ағиҙел ихаталары ҡарҙан эшләнгән фигуралар менән биҙәлде. Көндәрҙе йылытып ебәрмәһә, улар ҡыштың аҙағына тиклем күҙҙең яуын алып торасаҡ.

Илдең, шул иҫәптән Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәре, Яңы йылды ҡарһыҙ ҡаршыланы. Майҙандарҙы тимер, ағас тауҙар, пенопластан һәм башҡа материалдарҙан эшләнгән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындары менән биҙәнеләр. Әммә Ағиҙелде был күңелһеҙ ваҡиға урап үтте: бәхеткә, декабрь аҙағында ҡыш буран һәм ҡарҙары менән килде беҙҙең төбәккә. Шулай булғас, нисек инде ҡулға көрәк тотоп, ҡар һындарын эшләмәй ҡалаһың!

Ихата һәм йорт алдарын ҡарҙан эшләнгән һындар менән биҙәү йолаһы Ағиҙелдә ике йыл элек барлыҡҡа килде. Был торлаҡ-коммуналь хужалык идараһының идеяһы. Декабрь уртаһында уҡ ул иң яҡшы биҙәлгән йорт алды һәм ихатаға конкурс иғлан иткәйне. Конкурста ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта, быйыл туғыҙ йорт берҙәмлек, тырышлыҡ һәм ижади һәләттә көс һынашты.

Был конкурста Тыныслыҡ урамы кешеләре әүҙемлек күрһәтте. Иң беренсе булып ҡар фигуралары 22-се йорт алдында барлыҡҡа килде. Унда һәүәҫкәр скульптор К.Ширизова ижад иткән эт һынының фотоһы социаль селтәрҙәрҙә иң популярар фотоға әүерелде. Эттән һуң Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Тортилла гөбөргәйеле, крокодил формаһында тау барлыҡҡа килде. Ихата уртаһында башҡорт тирмәһе, рус самауыры урын алды. Бына мейес алдында көршәктә тылсымлы ҡайнатма бешеп ултыра, теләйһең икән, тылсымлы быйма эсенән Яңы йыл теләктәрен алып уҡырға була. Йортта йәшәүселәр барлығы 28 фигура эшләргә өлгөрҙө. Көндәр бер аҙ йылытып ебәргәс, улар боҙолған фигураларҙы яңынан рәтләне, Яңы йылды күптәр ихатала ҡаршыланы.
Шул уҡ урамдың 12-се һанлы йорт ихатаһы әкиәт иленә әүерелде. Бында А.С.Пушкин әкиәттәрен өйрәнергә була ине: һәр кемдең иғтибарын тылсымлы имән ағасы, биҙрә менән суртан балығы, һәм «Анжелина Джоли иренле» алтын балыҡ йәлеп итте. Шулай уҡ әкиәт илендә Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Щелкунчик, эт һәм башҡа персонаждар ҙа бар ине. Әкиәт иле эсенә электр фонарҙары ҡуйылған ҡойма менән уратып алынған.
14-се һанлы йорт ихатаһында романтик рухта парлашып ултырған Ҡар бабайҙар итибарҙы йәлеп итте, шулай уҡ далматинец тоҡомло этте күрмәй үтеп китеү мөмкин түгел ине.
Башҡа урамдарҙа йәшәүселәр ҙә һәләттәрен күрһәтергә ашыҡты. Беренсе төҙөүселәр урамындағы 5А һанлы йорт ихатаһында сағыу матрешкалар һәм Крокодил Гена менән Чебурашка үтеп барыусыларға байрам кәйефе һәм дәрт өҫтәп торҙо.
Академик Курчатов урамындағы 3А һанлы йорт алдында барлыҡҡа килгән парлы Ҡар бабайҙар милли кейемдәрҙә ине. Авторҙар фекеренсә, парлы Ҡар бабайҙар — республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына бағышланған, ошо ҡар һындары кеүек, ғаиләлә бер-береңде һөйөп, һөйөлөп йәшәргә кәрәк тигән кеүек ултыралар улар.
Конкурста ҡатнашҡан башҡа ихаталарҙа төп элементтар – биҙәлгән шыршы ағасы, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һыны, ҡар тауы… Ниндәй генә һындар булһа ла, иң мөһиме, улар ысын күңелдән эшләнгән һәм кешеләр бер-береһенә Яңы йыл бүләге яһарға тырышҡан.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *