Ағиҙел — аэробика үҙәге

Ағиҙелдә аэробика буйынса республика ярыштары үткәреү матур бер йолаға әйләнеп бара.
Күнекмәләр үткәреү өсөн бында бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бына быйыл да Өфө, Бөрө, Благовещенск, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан барлығы алты йәштән алып ун ете йәшкә тиклем 129 спортсы килде.
Күнекмәләрҙән тыш, йәш спортсылар өсөн төрлө ял саралары ла ойошторолдо. Тренерҙар тәжрибә уртаҡлашты, Бөтә Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы ярыштарында ҡатнашыу өсөн йыйылма команда туплау буйынса эш алып барҙы.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *