«Ағиҙел бөркөттәре»н тамашасы һәр саҡ алҡыштарға күмә

Был ир-егеттәр сәхнәгә сығыу менән тамашасының күңеле күтәрелә, йөрәктәре шәберәк тибә башлай, улар башҡарған йырҙарҙы шунда уҡ ҡушылып йырлағы, дәртләнеп ҡул сабаһы килә. Шулай булмай ни сәхнәлә “Ағиҙел бөркөттәре” бит!
Ике йыл элек барлыҡҡа килгән ансамбль тиҙ арала ағиҙелдәрҙең һөйөүен яуланы, һәр концертта уларҙың сығышын көтөп алалар. Ансамблде ойоштороусы – “Иҙел” мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Резеда Хәтипова.
– Ир-егеттәр ансамблен ойоштороу хыялы күптән бар ине, – ти Резеда Йыһангәрәй ҡыҙы. – Башта башҡорт гимназияһында уҡыған малайҙарҙан ансамбль ойошторҙом. Беренсе башҡарған йырҙары “Шайморатов генерал” ине – бик матур килеп сыҡты. Шулай ҙа өлкәндәр менән шөғөлләнеү хыялы еңде – сәхнәлә сығыш яһау тәжрибәһе булған бер нисә ир-егетте берләштереүгә ирештек.
Ансамблдең төп солистары – Илнур Шәүәлиев, ағайлы-ҡустылы Урал һәм Руслан Шөғәйеповтар, Әлфит Ваһапов, Илгиз Тимерханов. Улар ҡалала йәшәй һәм эшләй. Күбеһе – педагог. Ә бына вахта ысулы менән эшләп йөрөгән Алмаз Камалиев һәм Авзал Низамов бөтә сығыштарҙа ла ҡатнаша алмай, концерт улар өйҙә сағында тура килһә, бик ҡыуаныслы хәл. Әлегә ансамблдең ҡаҙаныштары күп түгел, сөнки конкурстарҙа ҡатнашырға ваҡыт тар – ир егеттәр барыһы ла ғаиләле, тулы көн эшләйҙәр, эштән һуң аҙнаһына бер-ике тапҡыр ғына йыйылып, репетициялар үткәрәләр. Яҡындағы пландары – Тәтешле районында үтәсәк «Ауылым-ауылҡайым» байрамында ҡатнашыу.
Репертуарҙы Резеда Йыһангәрәй ҡыҙы йырсылар менән берлектә һайлай. Был аңлашыла ла, сөнки һәр йырҙы йөрәк аша үткәреп, бөтә күңелде биреп башҡарырға кәрәк бит. Күңел ятмаһа, тамашасыға еткереүе бик ауыр, хатта мөмкин түгел.
Концертҡа тиклем тулҡынланһалар ҙа, егеттәр сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тота, сөнки йырлаған йырҙарҙы үҙҙәре лә ярата, тамашасыға ла яҡын. Бөгөнгө көндә ансамбль репертуарында халыҡҡа яҡшы таныш йырҙар өҫтөнлөк итә: «Эх, алмағастары», «Порт Артур», «Йома», «Ахун», «Дубыр-дубая», «Ел, ерәнем», «Күбәләк», «Ай былбылым», «Туғанлыҡ даны», «Сәскәләр уяныр». Йырҙарҙы улар заманса аранжировка менән башҡара, шуға ла сығыштары йәштәр араһында ҙур популярлыҡ яулай.
Халыҡ, шулай уҡ атай-әсәйҙәребеҙ яратып башҡарған популяр йырҙарҙы тергеҙеү, уны популярлаштырыу өҫтөндә эшләгән был ир-егеттәргә киләсәктә тамашасы һөйөүе артыуын, яңы уңыштар теләйһе генә ҡала.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *