Балалар хәүефһеҙ юл һайлай

Краснокама районы Николо-Березовка ауылында мәктәптәр араһында «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы» район КВН-ы уҙҙы. КВН-да һигеҙ команда ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар өс төрлө конкурста көс һынашты. Юл закондарын үтәүҙең ни ҡәҙәр мөһим икәнлеген командалар «Ҡағиҙәләр буйынса йөрөйөк!» тип аталған сәләмләү конкурсында күрһәтте.
Икенсе конкурста капитандар скутерҙа йөрөү темаһына сығыш яһаны. Был конкурста Яңы Аҡтанышбаш мәктәбенең «Күңелле светофор» командаһы капитанына тиңдәр булманы. КВН-дың «Беҙ ҡағиҙәләр буйынса бер юлдан татыу барабыҙ» тип аталған музыкаль өлөшө айырыуса ҡыҙыҡлы уҙҙы. Өс конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынға Николо-Березовка мәктәбенең «Кама» командаһы сыҡты, икенсе урынды Яңы Ҡабан мәктәбенең «Юл батшалары» командаһы алды, өсөнсө урынға Яңы Бөртөк мәктәбенең «КМТС» командаһы лайыҡ булды.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *