Балалы ғаиләләр күсемһеҙ милеккә һалым түләргә тейеш түгел

Рәсәйҙең атай-әсәйҙәр комитеты етәксеһе Ирина Волынец ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған. Был турала ул дәүләт башлығы Владимир Путинға хат яҙған, тип хәбәр итә үҙәк сығанаҡтар. Балалы ғаиләләрҙе күсемһеҙ милек һәм ергә һалымдан азат итергә кәрәк. Ошондай башланғыс ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ярҙам буласаҡ, демография хәленә лә ыңғай йоғонто яһауы мөмкин, тигән проект авторы. Быға тиклем балалы ғаиләләргә физик шәхестәргә килемгә һалым, йәғни, НДФЛ түләмәҫкә тәҡдим иттеләр.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *