Башҡортостанда тағы ла күберәк ғаиләләр тәүге бала өсөн 300 мең һум күләмендә түләүгә иҫәп тота ала: нимә үҙгәрҙе?

Башҡортостанда тағы ла күберәк ғаиләләр тәүге сабыйы тыуғанда 300 мең һум күләмендә түләүгә иҫәп тота ала.

Кисә, 3 июлдә, Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында ғаиләлә тәүге баланың республикабыҙ биләмәһенән ситтә тыуыуы ла мөмкин тип аңлаттылар. Бынан тыш, таныҡлыҡтың ғәмәлдәге ваҡыты 6 айҙан 9-ға тиклем артырыла. Шулай уҡ беренсе балалары 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 1 мартына тиклемге осорҙа тыуған ғаиләләр өсөн ғаризалар һәм документтар тапшырыу ваҡыты 6 айға арттырылды.

«Алдан Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан иҫәпкә ҡуйыуҙа ғәмәлдәге Тәртип шарттарына ярашлы булмау сәбәпле кире яуап алған ғаиләләр ғәмәлдәге Тәртипкә үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингәндән һуң ағымдағы йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабаттан документтарын тапшыра ала»,- тип билдәләне Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала демографик хәлде яҡшыртыу өсөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәүге балаһы тыуған йәш ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙе биреүҙе күҙ уңында тотҡан указға ҡул ҡуйҙы.

Граждандарҙың бик күп мөрәжәғәттәре менән бәйле Рөстәм Хәмитов сарала ҡатнашыусыларҙың категорияларын киңәйтеү һәм таныҡлыҡтың ғәмәлдә булыу ваҡытын арттырыу өлөшөндә ғәмәлдәге тәртипкә үҙгәрештәр индерергә ҡушты.

Был ҡарар менән ауыл биләмәһе етәкселәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләрҙе иҫәпкә алыу буйынса ҡабул ирткән ҡарарҙары йәһәтендә муниципаль берәмек етәкселәренең яуаплылығы көсәйтелде.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ағымдағы йылда пособие түләүгә 325 миллион һум күҙалланған. Өс йыл дауамында был программа буйынса сертификаттарҙы ике меңдән ашыу кеше алыр тип көтөлә.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *