Башҡортостанда ҡарҙа һыу запасы норманан 70 процентҡа аҙ

Авиация гамма-төшөрөү мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда әлеге ваҡытта ҡарҙа һыу запасы – норманан 30 процентҡа кәм, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығынан. «Ағымдағы осорға оҡшаш хәл 1967, 1984, 2009 йылдарҙа күҙәтелгән. Февралдә ҡар яумаясағы билдәле инде. Әммә, беренсенән, алда март айы, икенсенән, ҡарҙың аҙ булыуы ташҡындың ҙур булмауын дәлилләмәй», — тип билдәләне министр урынбаҫары Виталий Тюр.

Атап әйткәндә, республика буйлап тупраҡ – норма сиктәрендә, ә Урал аръяғында хатта норманан юғарыраҡ туңған, 1,5 метрға тиклем. Ҡапыл йылыта йәки ямғыр яуа башлау йылғаларҙы ирегән һыу менән әүҙем тәьмин итәсәк һәм һөҙөмтәлә ташҡын да юғары кимәлдә буласаҡ.

Киләһе айҙа ла ҡар булмаһа, аҙ һыулылыҡ булыуы ихтимал, шул сәбәпле һыуһаҡлағыстар күп запас эшләй алмаясаҡ. Ләкин, ниндәйҙер фараздар тураһында һүҙ йөрөтөргә иртә әле. Синоптиктар 2018 йылға яҙҙың тәүге төҫмөрләүҙәрен ғәҙәттәгесә 25 мартҡа әҙерләй.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *