Башҡортостанда 27 градус һыуыҡ булыуы көтөлә

Башҡортостанда 27 градус һыуыҡ булыуы көтөлә. Республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, алдағы ял көндәрендә үк һыуыта.

Был аҙнала республиканың күпселек райондарында беҙ аҙ ҡар яуыуы күҙаллана.

10 ғинуарҙа һауа температураһы көндөҙ -7, -12 градус булһа, 11 ғинуарҙа төндә синоптиктар -9, -14, аяҙытҡанда -17, -22, көндөҙ -8, -13 градус вәғәҙәләй. 12 ғинуарҙа төндә -15, -20, аяҙытҡанда 27 градусҡаса һыуытыу фаразлана, көндөҙ -13, -18, төньяҡта 23 градусҡа тиклем һалҡын.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙың тәүге декадаһында Башҡортостан биләмәһендә уртаса тәүлек температураһының норманан 2-5 градусҡа юғары булыуы көтөлә.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *