Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары Өфөгә съезға йыйылды

Өфөлә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаларының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең беренсе рәйесе, күренекле ғалимә, филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Милләт әсәһе булыу – тәҡдиребеҙ» тип аталған IV сираттан тыш съезы үтте.
Съезд эшендә Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан 380 делегат һәм ҡунаҡтар ҡатнашты.
Съезд барышында башҡорт телен өйрәнеү, экология, балаларҙы тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау кеүек мөһим темалар тикшерелде.
Нефтекама ҡалаһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, филология фәндәре кандидаттары Роза Хөснуллина, Гөлфирә Байбулатова һәм Лилиә Зиннәтуллина съезд делегаттары булды.
Съезды филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева асып, сығышын ошо ойошманың башында тороусы Нәжибә Мәҡсүтованың яҡты иҫтәлегенә бағышланы. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 2017 йылдан «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» ойошмаһын етәкләүсе Гөлназ Ҡотоева сығышында, хәҙер инде был ойошманың тотороҡло концепцияһы булғанын әйтте. «Милләтебеҙҙең барыр юлдарын барлап, киләсәккә ниәттәрен ғилми нигеҙҙә нығытып, маҡсатлы эшләүсе интеллектуаль көс, сәйәси йоғонтоло Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы, практик йүнәлештәге Ағинәйҙәр хәрәкәте менән бергә халҡыбыҙҙың рухиәтенә ныҡлы терәк булыр өс таған булып тора», – тине ул.
Сит өлкәләрҙән килгән яҡташтарыбыҙҙың да сығыштары бик фәһемле булды. Санкт-Петербургтан Люциә Солтанова биш миллион халыҡ, 130 милләт кешеһе йәшәгән ҡалала биш мең башҡортто туплап, гөрләтеп эшләп йөрөүен әйтеп үтте. Силәбенән Рабиға Бикбулатова өлкәлә 165 мең башҡорт йәшәүен, уларҙы «Аҡ тирмә» мәҙәни үҙәге эргәһендә ойоштороуҙарын, Башҡортостан уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙарын, республиканың төрлө уҡыу йорттарында 20-нән артыҡ башҡорт балалары уҡыуын билдәләне. Екатеринбургтан Хәлимә Йосопова Свердловск өлкәһендә йәшәгән 31 мең 200 башҡорттан сәләм еткерҙе. 20 йыл буйы башҡорт ҡоролтайы эшләп килеүен, телде өйрәнеү, уны һаҡлау, яҡлау буйынса бик күп эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне.
Артабан БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте резолюцияһы ҡабул ителде, совет идараһы ағзалары раҫланды. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе итеп «Ирәмәл» комплексының генераль директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина һайланды. Шулай уҡ эштәрендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән гүзәл заттар төрлө учреждение-инстанциялар исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең әүҙем ағзаларына Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарын һәм иң юғары наградаһы – «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы.
Республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары съездан дәрт-илһам алды, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Осрашыу сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.
***
Делегаттар араһында Үрге Тәтешленең 1-се урта мәктәбе уҡытыусылары ла, бар ине. Бының өсөн мин коллегаларыма, тырыш уҡыусыларыма, мәктәбебеҙгә, район хакимиәтенә, уның мәҙәниәт идараһына рәхмәтлемен. Съезға һәр райондан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла саҡырылғайны. Беҙҙең мәктәп Айгөл Мулланурованы тәҡдим итте. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Айгөл үҙен мәктәптә лә, районда ла тырыш уҡытыусы итеп күрһәтте. Айгөл Фирус ҡыҙы – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2010» район, «Электрон алымдар ярҙамында иң яҡшы дәрес – 2016» республика конкурстары лауреаты. Ул шулай уҡ «Башҡортостан ынйылары» район конкурсының «Иң яҡшы тикшеренеү эше» номинацияһында 2-се урын алды. Уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында һәр саҡ призер һәм еңеүсе исемдәрен яулап килә. Уҙған йылда бер уҡыусыһы «Ата-бабалар телендә һөйләшәм» республика видеоконкурсында 1-се урын алды. Маҡсатҡа ынтылыусы коллегабыҙға алдағы көндә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Гөлфирә БАЙБУЛАТОВА,
Нефтекама ҡалаһы
Лиза Фәтхуллина,
Үрге Тәтешле ауылы.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *