Берҙәм дәүләт имтиханы-2018: республикала имтихан тапшырыусылар һаны билдәле булды

Быйыл Башҡортостанда 18 меңдән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.

Ғәҙәттәгесә, йомғаҡлау һынауҙары өс этапта уҙғарыла: ваҡытынан алда — 21 марттан 11 апрелгә тиклем, төп — 28 майҙан 2 июлгә ҡәҙәр һәм өҫтәмә — 4-15 сентябрҙә.

2018 йылда берҙәм дәүләт имтиханында әллә ни үҙгәрештәр юҡ. Барлыҡ фәндәр буйынса имтихан эштәренең варианттары Федераль педагогик үлсәүҙәр институты сайтындабаҫылған. Һәр кем улар менән таныша һәм берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеүен дауам итә ала.

Республикала 41 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшыра. Улар өсөн быйыл йомғаҡлау аттестацияһында үҙгәрештәр көтөлмәй. Туғыҙынсылар ике мотлаҡ предметтан – рус теле һәм математиканан, шулай уҡ үҙҙәре һайлаған ике фәндән имтихан бирергә тейеш.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *