Владимир Путин президентлыҡҡа кандидат итеп теркәлде

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Владимир Путинды Рәсәй президенты вазифаһына кандидат итеп теркәне. Һайлаусыларҙың ҡултамғаһын йыйыу йомғаҡтары буйынса тәүгеләрҙән булып Путинды теркәнеләр, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.

Бынан алда Ксения Собчактың һәм Максим Сурайкиндың вәкилдәре («Рәсәй коммунистары») «Интерфакс» агентлығына уларҙың ҡултамғалары ла тикшереүҙе уңышлы үтеүе хаҡында һөйләгәйне. Үҙәк һайлау комиссияһы эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов, Григорий Явлинский («Яблоко») һәм Сергей Бабуриндың (Рәсәй дөйөм халыҡ союзы) да теркәләсәге тураһында мәғлүмәт еткерҙе.

Әгәр кандидаттарҙың башҡа хоҡуҡ боҙоуҙары асыҡланмаһа, президент һайлауҙағы бюллетендә һигеҙ кеше булырға тейеш. Владимир Жириновский (ЛПДР)  һәм Павел Грудинин (КПРФ) теркәлгән дә инде, сөнки улар — парламент партияһынан.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *