Водителдәр жилет кейергә тейеш

Рәсәй Хөкүмәтенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең яңы пунктына ярашлы, водителдәр төнгө ҡараңғылыҡта тораҡ пунктынан ситтә туҡтарға мәжбүр булғанда яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы куртка йәки жилет кейергә тейеш.
Сара йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл транспорт-ваҡиғаларын кәметеүгә йүнәлтелгән.

2017 йылдың алты айында илдә ҡараңғы ваҡытта юл ситендә туҡтаған 66 водитель тапалған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,8 процентҡа күберәк.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *