Гөрләп торған ауылдарҙа тормош һүнеп бара

Ауылдарҙа тормош һүнеүгә табан бара. Эш булмағанлыҡтан, йәштәр ситкә китергә мәжбүр, шуға ла ауыл халҡының төп өлөшөн ҡарт-ҡоро тәшкил итә. Киләсәктә ауылдарҙы нимә көтә?
1900 йылдар ине. Ҡоҙаш ауылына килен булып төшкәс, бындай ауыл да буламы икән ни тип, аптырашта ҡалдым. Үҙәк урамда ике ҡатлы көнкүреш бинаһы төҙөлгән. Унда тиҫтәләгән кеше үҙенә эш урыны тапҡан. Бынан тыш, икмәк бешереү цехтары, машина-трактор паркы гөрләп тора. Колхоз идараһы янында ғына ашхана, хатта ҡунаҡхана бар ине. Магазиндар – өсәү, бөтәһе лә район ҡулланыусылар йәмғиәтенеке. Ике ҡатлы мәҙәниәт йорто ғына ни тора! Балалар баҡсаһы, мәктәп бала-саға менән тулы. «Урал» хужалығының алдынғылар рәтендә булыуы үҙе бер ҡыуаныс ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер «ине» тип һөйләргә генә ҡалды. Был байлыҡтарҙың әкренләп бөтә барыуына күңел әрней. Йылдар буйына күпме көс һалып тергеҙелгән, тир түгеп төҙөлгән биналарға йоҙаҡ һалына, эш урындары юҡҡа сыға. Хәбәрсе булараҡ, ауылдар буйлап күп йөрөргә тура килә. Аяныс хәлгә ҡалып бара улар. Ярай әле ҡайһы фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаҡланған. Улары ла ябыла ҡалһа, өлкән йәштәгеләр нимә эшләр?.. Ҡалала балалары булғандары ата-әсәһен ҡышҡылыҡҡа алып китеп ҡарай, алып китерҙәй кешеһе булмағандары ла күп бит…
Бөгөн урамдарҙа элекке кеүек бала-саға тауышы яңғырамай, сөнки юҡ улар. Урам һайын берәм-һәрәм генә ҡалып бара – ата-әсәләре уларҙы уҡырға район үҙәгенә бирергә тырыша. Унда сәнғәт мәктәбе лә, ижад үҙәге лә, ғөмүмән, баланың һәләтен үҫтереү өсөн уңайлыҡтар бар.
Тормошобоҙ көндән-көн яҡшыра тип күкрәк һуҡҡанда, ни өсөн ауылдарыбыҙ бындай меҫкен хәлгә ҡалып бара һуң? Ә бит ғүмер-ғүмергә ауыл илде туйҙырыусы булған, ул илебеҙгә үҫтереп быуын нығытып биргән кешеләр тора-бара ғалимдар, аҡыл эйәләре, моңло йырсылар, халыҡ шағирҙары булып киткән. Ауыл тәбиғәте рухи байлыҡ бирһә, ерҙәге хеҙмәт кешене әхлаҡлы, ныҡышмалы, тырыш булырға өйрәтә.
Һуғыш заманында ла ауылдар бөтөрөлмәгән, бомбалар аҫтында ҡалып, ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡандарын да тергеҙергә тырышҡандар. Бөгөн килеп Рәсәй матбуғатында кооперативтар төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланылар. Шул уҡ колхозмы ул, әллә башҡа ойошмамы, аңламаҫһың… Кооператив төҙөгөҙ тигән саҡырыуҙар әллә аҡса йыуыу өсөн сираттағы күҙ буяумы? Уларҙы яңынан тергеҙер булғас, элекке колхоздар ни өсөн бөтөрөлөп бара?
Был яҡтан беҙҙә хәлдәр күпкә яҡшыраҡ – район етәкселәренең тырышлығы менән колхоздар һаҡлап ҡалынды. Аҙ булһа ла, урындағы халыҡҡа эш урыны бар. Тик нисек кенә итһәң дә, хәҙерге Ҡоҙаш мин белгән Ҡоҙаш түгел инде – гөрләп торған көнкүреш бинаһы ла, икмәк цехы ла, ашхана-ҡунаҡханалары ла күптән юҡ. Уның ҡарауы хужаһыҙ йорттар күңелгә шом һала. Бер нисә йылдан уларҙың һаны тағы ла артырмы икән?..

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *