Еңеү көнө алдынан бүләк

9 Май байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Ошо байрам алдынан Нефтекама ҡала хакимиәте кәңәшмәләр залында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Борис Недилькоға торлаҡ сертификаты тапшырылды.
Борис Иванович Недилькоға оҙаҡламай 90 йәш тула. Шуға ҡарамаҫтан ул әүҙем ветерандарҙың береһе: ҡалала һәм республикала булған проблемаларға битараф түгел, һәр береһенә үҙенең фекере, әйтер һүҙе бар. Уның дәртенә, энергияһына һоҡланмау мөмкин түгел.

Бөгөнгө көнгә тиклем Борис Иванович ветерандар өсөн булдырылған айырым хоҡуҡтарҙың береһе менән дә файҙаланмаған, шуға ла байрам алдынан бындай ҙур бүләк алыу ветеран өсөн ҙур шатлыҡ.
Сертификатты ветеранға Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы Р. Дәүләтов тапшырып, уға иң изге теләктәрен еткергән.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *