Илмира һәм Вәғиз Әхмәҙуллиндар ҙур йорт һалып сыҡҡан

Ахтиял ауылындағы Юбилей урамында йорттар ныҡлы, заманса. Шулар араһында бүрәнәнән төҙөлгән берәүһе иғтибарҙы йәлеп итте. Унда Илмира һәм Вәғиз Әхмәҙуллиндар йәшәй, беҙ уларға юл тоттоҡ.
Ғаилә йортҡа үткән көҙ күсһә лә, төҙөлөш эштәренә нөктә ҡуйылмаған әле – ҡаралты төҙөлөштәре юҡ, йорт тышланмаған. Дәүләт йәштәргә ике тапҡыр ярҙам иткән – эште башлағанда әсә капиталы аҡсаһын ҡулланғандар, ошо көндәрҙә торлаҡ кредитының ҡалған өлөшөн түләүгә 200 мең һумдан артыҡ суммаға сертификат алғандар. Ғаиләлә өс бала: өлкәндәре Вилиә өсөнсө класта уҡый, Вилнур быйыл мәктәпкә барған, Илназ әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.

Хужаларҙың йорттары яҡты, йылы, ә үҙҙәре егәрле, булдыҡлы, тырыш булып сыҡты. Илмира ваҡыт-ваҡыт балаларына бүленеп аш бүлмәһендә ҡайнай, унан тәмле бәлеш еҫе килә. Вәғиз иһә ысын ирҙәрсә ныҡлы, киң елкәле. Ул гараж һәм мунса төҙөүсе төҙөлөш бригадаһы эшселәре менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта үҙ мәшәҡәттәре лә етерлек, сөнки иртәгәһен уға вахтаға. Ғаилә башлығы Себерҙә эшләй, ул өлкән бораулаусы. Йәш ҡатын хужалыҡты үҙе ҡарай. Иртән Илназды Истәк ауылына балалар баҡсаһына илтә, унан Вилиәне – бейеү түңәрәгенә, Вилнурҙы – мәктәпкә. Төшкө аш алдынан уларҙы алып ҡайта, унан һуң ҡыҙын шул уҡ мәктәпкә икенсе сменаға уҡырға илтеп ҡуя. Кис ҡыҙын мәктәптән, улын балалар баҡсаһынан алып ҡайта. Билдәле инде, бындай ығы-зығы менән ул эшләй алмай.

Йәштәргә бындай тормош оҡшаймы? Улар, эйе, ти, һәм ауыл тормошон аңлы рәүештә һайланыҡ, тип яуап бирә. Яндарында бөтөрөлөп йөрөгән балалары үҙҙәре үк был йортҡа йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өҫтәй кеүек. Ә мин тормош ҡатмарлығына баш эймәй, хыялдарына ынтылған был ике йәш йөрәктең ҡыйыулығына һоҡландым. «Бәхет ҡояшы тап ана шундай ҡыйыу һәм тәүәкәлдәргә йылмаялыр ҙа инде», — тип уйлап ҡуйҙым.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *