Һайлауҙар – мөһим һәм яуаплы сара ғына түгел, ә осрашыуҙар көнө лә

Ауылда йәшәүселәр өсөн һайлауҙар – мөһим һәм яуаплы сара ғына түгел, ә осрашыуҙар көнө лә. Сөнки һайлауҙарҙа синыфташлар, яратҡан уҡытыусылар һәм күрше ауылда йәшәүсе  туғандар менән дә осрашып була.

«Һайлауҙарҙы ҡалдырғаным юҡ, — ти Яңы Ҡабанда йәшәүсе Илдус Заһретдинов. – Бына бөгөн участкала элек колхозда бергә эшләгән кешеләр менән осраштым. Мин күптән лайыҡлы ялда. Беҙҙең участкала Фәнил Бакиров комиссия ағзаһы, беҙ уның менән бергә эшләнек: ул — агроном, мин комбайнсы, тракторсы булып. Водитель булып эшләгән  Рафаэль Баграмовты ла осраттым. Шулай итеп, һайлауҙарға килеп рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙым».

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *