«Йәдкәр»– республика бәйгеһе дипломанты

Яңы Ҡайынлык ауылы мәҙәниәт йортондағы «Йәдкәр» өлгөлө ҡурайсылар ансамбленең тарихы уҙған быуат аҙағында башлана. Бөгөнгө көндә республикала киң билдәле ҡурайсыларҙың береһе булған Азат Биксурин 1999 йылда ауылға килеп, мәктәп уҡыусыларын ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәтә башлай.
Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән музыка ҡоралында уйнарға теләүселәр тәүҙә бик күп булһа ла, ҡыҙыҡ эҙләп килгәндәр бер нисә дәрес үткәнсе генә түҙә. Ахырҙа иһә түңәрәктә тиҫтәнән артыҡ ҡына бала ҡала. Ләкин шуныһы ҡыуаныслы, улар ҡурайҙа ысынлап уйнарға теләүселәр була.
Әллә Азат ағайҙары бик оҫта уҡытыусы, әллә балаларҙың ҡурайҙа уйнарға теләге шул ҡәҙәр көслө булған, бер нисә ай үтеүгә улар ансамбль булып ойошоп, сәхнәгә күтәрелә.
Тырыштарға уңыш юлдаш, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Өлгөлө ҡурайсылар ансамбле исеме бирелеү коллектив ағзаларын тағын да ҡанатландырып ебәрә. Нисек шатланмайһың инде, районда берҙән-бер бит ул!
Азат Биксурин етәкселегендә коллектив ҙур уңыштар яулай. Өлгөлө ансамбль тигән юғары исемен бер нисә тапҡыр раҫлай.
Ләкин Өфө менән Краснокама районындағы Яңы Ҡайынлыҡ ауылы араһы яҡын юл түгел. Аҙна һайын юл йөрөү арытҡандырмы, баш ҡалала эштәре күбәйеп киткәндерме, Азат Биксурин ҡурайсылар ансамбле етәксеһе вазифаһынан китергә мәжбүр була.
Унан һуң бер нисә етәксе алышына, ләкин эш алға бармай. Нәтижәлә, сираттағы бер һынау ваҡытында коллектив «өлгөлө ансамбль» тигән юғары исемен аҡлай алмай.
Мәҙәниәт йорто директоры Ралина Мохасимова республиканың Халыҡ ижады үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Улар, үҙ сиратында, Башҡортостан ҡурайсылар берлеге менән элемтәгә инә. Ҡурайсылар берлеге етәкселеге йәш белгес Айрат Ҡарасов менән һөйләшеп ҡарарға тәҡдим итә.
Айрат Салауат улы тәҡдимде ҡабул итә һәм Яңы Ҡайынлыҡҡа килеп, ең һыҙғанып эшкә тотона.
Шул ваҡыттан алып, бына алты йылдан артыҡ инде ул аҙна һайын Өфө-Яңы Ҡайынлык араһында. Ошо осорҙа ҡурайсылар ансамбле “өлгөлө” исемен кире ҡайтара һәм тағы ла ике тапҡыр был юғары дәрәжәне раҫлай, Октябрьский ҡалаһында йыл һайын үткәрелеүсе ҡурайсылар байрамы лауреаты исеменә лайыҡ була.
Айрат Ҡарасов республикабыҙға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары Ишмулла Дилмөхәмәтов һәм Азат Айытҡолов кеүек данлыҡлы ҡурайсыларҙы биргән Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуған. Ҡурайҙа бәләкәйҙән үк уйнай башлаған. Ауылда музыка мәктәбен, Салауат ҡалаһындағы музыка училищены һәм Өфө сәнғәт академияһын тамамлаған.
Айрат Салауат улы бөгөнгө көндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡортостан дәүләт филармонияһының халыҡ музыка инструменттары милли ансамблендә ҡурайсы булып эшләй. Бынан тыш Өфөләге 5-се балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәтә. Төрлө хәйриә концерттарында ла йыш ҡатнаша. Аҙна һайын Краснокама районына килеп йөрөү ҙә күп ваҡытын ала. Уның бит әле ғаиләһе лә бар. Шәйморат һәм Урал исемле ике улы үҫеп килә. Айрат Ҡарасовтың тырышлығы һәм етеҙлеге һоҡланыу тыуҙыра.
– Ансамблгә өсөнсө класс уҡыусылары килә.Туғыҙынсы класты тамамлағас, улар коллектив менән хушлаша. Сөнки сығарылыш имтихандарына әҙерләнергә кәрәк. Шуның өсөн ансамблдең составы йыл һайын өлөшсә яңырып тора. Бындай хәл өҫтәмә ауырлыҡтар тыуҙыра, әлбиттә, – тип эшенең үҙенсәлектәре менән уртаҡлашты Айрат Салауат улы.
— Ансамбль етәксеһе вазифаһындағы хеҙмәт хаҡы юл сығымдарын ҡапларға етәме һуң, юғиһә, бензин хаҡы хәҙер ай һайын ғына түгел, аҙна һайын күтәрелә башланы бит? – тип күңелемде тырнап торған һорауҙы бирмәй ҡала алманым.
– Был донъяла бөтәһе лә аҡса менән генә баһаланмай бит, – тип өлкәндәрсә аҡыллы итеп яуап бирҙе әңгәмәләшсем. – Күңел байлығы, тигән төшөнсә лә бар бит әле. Мәктәп уҡыусылары миңә ышанып ансамблгә килде бит. Уларҙы ярты юлда ташлап китһәм, был минең тарафтан хыянат булыр ине.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, мин Айрат Салауат улынан башҡа яуап көтмәгән дә инем!
«Йәдкәр» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле бөгөн ундан артыҡ уҡыусыны берләштерә. Улар районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Күптән түгел уҙған «Никола Вешний» байрамында ҡурайсылар ҡунаҡтарҙы башкорт тирмәһе алдында ҡаршы алды.
«Йәдкәр» республика күләмендә ойошторолған төрлө конкурс-бәйгеләрҙә лә уңышлы сығыш яһай. Май айында Октябрьский ҡалаһында үткән Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамында өлгөлө ансамбль дипломант исемен яуланы.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *