Йәштәр араһында йылдан-йыл ураҙа тотоусылар арта

Ун бер айҙың солтаны – Рамаҙан айы тамамланды. Быйылғы ураҙала көндәр оҙон булһа ла (егерме сәғәткә яҡын ашамай-эсмәй торорға кәрәк ине), ураҙа тотоусылар бер ниндәй ауырлыҡ тоймауын әйтә.

– Киреһенсә, күңелдә тыныслыҡ һәм ҡәнәғәтлек хисе барлыҡҡа килә, – тине “Ислам” мәсетендә үткән бер ифтарҙа күптәр. – Шундай ауыҙ асыуҙарға мәсеткә йыш йыйылабыҙ. Күптәр ғаиләһе менән ураҙа тота һәм үҙҙәрре ифтар мәжлесе ойоштора. Рамаҙан яҡынайта, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ. Өҫтәлдәр бай, Хоҙайға рәхмәт, муллыҡта йәшәйбеҙ.
Ифтар мәжлесе ауылдарҙа ла ойошторола мосолмандар өйгә ҡунаҡ саҡыра, унда Ҡөръән сүрәләре яңғырай.
Шуныһы ҡыуаныслы: йылдан-йыл ураҙа тотоусылар арта. Улар араһында йәштәр ҙә бик күп. Гөлшат Ғарипова шундайҙарҙан.
Гөлшатҡа бәләкәй сағында уҡ йәш әбейһе (атаһының бер туғанын шулай атап йөрөткән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер вафат) беренсе сүрәләрҙе, доғаларҙы өйрәткән. Ҡыҙыҡай игеҙәк һыңары Гөлназ менән тырыша-тырыша, уҙыша-уҙыша ҡабатлай торған булған Әлилә инәй артынан, йәнәһе, кем тиҙерәк ятлай. Ә ятлап алғас, атаһы менән әсәһенә һөйләп күрһәтә торған булғандар. Әле ҡыҙҙар икеһе лә диндә.
— Хәтерләүемсә, ғаиләбеҙҙә мосолман байрамдарының береһен дә ҡалдырмай үткәрә торғайныҡ, атай-әсәйҙең саҙаҡа биргәндәрен дә яҡшы иҫләйем, туғандарҙы, яҡындарҙы йыйып, аят уҡыта торғайныҡ, – ти Гөлшат. – Атайым әле мәсеткә йөрөй, был минең өсөн бик ҙур ғорурлыҡ.
— Таныш-белештәрең һинең ураҙа тотоуыңа ниндәй ҡарашта? – тип һорайым Гөлшаттан.
— Төрлөсә инде. Кемдер, әлбиттә, хуплай, кемдер – аптырай, өсөнсөләр ябығыр өсөн тотаһыңмы, тип тә һорай. Иртәнән кискә тиклем ашамай-эсмәй йөрөү генә ураҙа тотоу һаналмай. Ураҙа булған кешегә үҙенең Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан өсөн ашау-эсеүҙән тыйылғанлығын, был эште Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн башҡарыуын һәр ваҡыт иҫендә тоторға кәрәк.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *