Краснокама районы Яңы Хажый ауыл клубында Шәйҙуллиндар нәҫеле үҙҙәренең тамырҙары менән таныштырҙы.

Байрамға йыйылған халыҡҡа нәҫелдең фамилияһы, исемдәрҙең мәғәнәләре, ете быуын бабаларының нәҫел ағасы тураһында Шәйҙуллиндарҙың ейәне Ләйсән ентекләп һөйләне. Кисәнең “Әбейемдең һандыҡ серҙәре” тип исемләнгән өлөшөндә оҫта ҡуллы Ғәлимә әбейҙәре сиккән таҫтамалдар, бәйләнгән шәлдәр, бейәләй-ойоҡбаштар тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.

Изге Ҡөрьән китабы, гармун, элекке фотоһүрәттәр һаҡланған альбом ғаилә ҡомартҡыһы булып һаҡлана. Был нәҫелдә талантлы кешеләр етерлек. Ейәндәре Ләйсән, Илнар йыр йырлап күрһәтте, Айназ менән Мортаза шиғырҙар һөйләне. Мәләүез районында йәшәүсе ике туған апайҙары Илиза үҙе ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *