Лауреат булғандар

Нефтекама ҡалаһы «Палитра+» вокал ансамбле (етәксеһе – Д. Багманова) Санкт-Петербург ҡалаһында үткән «Мәҙәниәт трофейы» Бөтә Рәсәй видеояҙмалар ижади конкурсының II дәрәжә лауреаты булды.

Әмзә ауылы Балалар мәктәбе «Палитра+» ансамблендә 15 ҡыҙ һәм 5 уҡытыусы йырлай. Йәш коллектив булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың ҡумтаһында Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар дипломдары һәм Гран-приҙары бар. Улар араһында Мәскәүҙә үткән «На Ивана, на Купала» Халыҡ-ара конкурсында «Академик вокал» номинацияһында еңеү яулаған өсөн Гран-при ҙа бар.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *