Мәрйәм Фәхриева һайлауға велосипедта килгән

Беҙ Ҡуҙғау ауыл клубы бинаһында урынлашҡан 2378-се һайлау участкаһына инеп сыҡтыҡ. Бында бюллетень алыу өсөн сират хасил булған.

— Республиканың киләсәген, барасаҡ юлыбыҙҙы билдәләгән сарала халыҡтың сәйәси әүҙемлеге күҙгә ташлана, — ти участка комиссияһы рәйесе  Эрина Яҡупова.

Мәрйәм Фәхриева һайлауға велосипедта ғына елдереп килгән. «Ҡаҙ, тауыҡ, өйрәктәрҙе ашаттым да, тиҙ генә барып ҡайтайым, тип уйланым, — ти ул. — Тик лайыҡлылар депутатлыҡ мандатына эйә булһын, халыҡ өсөн тырышып хеҙмәт итерҙәй кешеләр һайланһын ине. Беҙҙең ауылға газ кермәгән, бәлки ошо проблемаға иғтибар итерҙәр».

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *