Нефтекамала төбәк ғилми-ғәмәли семинар үтте

Нефтекама ҡалаһында Башҡорт автономияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 127 йыл тулыуға арналған төбәк ғилми-ғәмәли семинар үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төньяҡ төбәк-ара берләшмәһе рәйесе Рәйес Исмәғилев белдереүенсә, күренекле шәхестәрҙе ололау үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн бигерәк тә кәрәк. Сарала журналист, дәүләт эшмәкәре, философия фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов, “Башҡортостан дәүләт Китап палатаһы” дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Азат Ярмуллин, Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов, шулай уҡ Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларынан тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Ҡаланың 12-се, 13-сө мәктәптәрендә, башҡорт гимназияһында “Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы” темаһына асыҡ дәрестәр (уҡытыусылар — Эльза Хәсәнова, Надежда Ирдуганова, Зөлфиә Ғәзизуллина, Александр Пономарев, Гөлназ Ғарипова) үтте, 12-се мәктәптә — “Тыуған Башҡортостаным” (уҡытыусы – Әлфирә Әхмәтшина), 13-сө мәктәптә — “Башҡортостан — дуҫлыҡ һәм татыулыҡ иле” (уҡытыусылар — Рита Ямаева, Ләйлә Кәлимуллина), башҡорт гимназияһында “Халҡымдың затлы улы” (уҡытыусы — Гөлсәсәк Яҡшығолова) тип аталған кластан тыш сараларҙа ла ҡатнашты ҡунаҡтар.
Уҡыусыларҙың әүҙемлеге иғтибарҙы тартты. Был иһә, үҙ сиратында, уларҙың тыуған төйәгенең тарихын тәрән белеүен, уның менән ҡыҙыҡһыныуын, телен ихтирам итеүен, мили-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға, үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереүен иҫбатлай. Йәш быуындың рухи ҡиммәттәребеҙгә битараф булмауы ҡыуаныслы.
Пленар өлөштә З.Тимербулатов — Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихы, И. Сәйетбатталов — Әхмәтзәки Вәлидиҙең эшмәкәрлеге, тарихта, фән донъяһында тотҡан урыны, А.Ярмуллин иһә башҡорт автономияһы өсөн көрәштә ҙур өлөш индергән, тик әлегә исемдәре халыҡҡа киң билдәле булмаған шәхестәр тураһында һөйләне.
Тарихсы-ғалимдарыбыҙ менән бер рәттән Нефтекама ҡалаһы 11-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Фәниә Әйүпова һәм 15-се мәктәптән Мөнир Ахунов та телмәр тотто. Улар гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғоларын формалаштырыу темаларын беренсе урынға ҡуйҙы.
— 65 милләтте берләштергән Нефтекамала һәр ваҡыт дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм бер-береңә хөрмәт менән ҡарау күптән килә, — тине Рәйес Абдрахман улы, сараны йомғаҡлап. Милли һәм мәҙәни үҙәктәр, белем биреү учреждениелары халҡыбыҙҙың, тыуған илебеҙҙең рухиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ғөмүмән, бындай саралар мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар өсөн генә түгел, ә бөтә йәмәғәтселекте йәлеп итеп, республикабыҙ һәм күрше төбәктәр буйлап дәррәү үткәрелергә тейеш, сөнки уның ҡарты-йәше өсөн дә әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ ҙур.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *