Нәсибулла Хөснуллиндың шәжәрәһе «Табын» ырыуының 1842 вәкилен берләштергән

Илен белмәгән – игелекһеҙ, халҡын белмәгән – холоҡһоҙ, нәҫелен белмәгән – нәҫелһеҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Әҙәм балаһына ете быуынын белеү фарыз тип һаналған. Ошо көндәрҙә райондың биләмә-ара мәҙәни ял итеү үҙәгендә Ғаилә йылына арналған ҙур тантанаға – Нәсибулла Хөснуллиндың «Табын»ырыуы шәжәрәһе байрамына йыйылдыҡ.
Нәсибулла Хәбибулла улы — Башҡортостанда киң танылған — «Табын»ырыуының Тәтешле районындағы берләшмәһе рәйесе, еңел атлетика буйынса халыҡ-ара спорт мастеры. Уның хеҙмәттә һәм спортта яуланған уңыштары мәҙәни үҙәктең фойеһындағы күргәҙмәләрҙә урын алды.
Сараға килеүселәрҙе район башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Әҙеһәм Фәрүәзетдинов сәләмләп, халыҡ араһында, мәктәптәрҙә шәжәрә байрамдарының ҙур популярлыҡ яулауы тураһында әйтеп үтте.
Күренекле яҡташыбыҙҙың бай тармаҡлы шәжәрәһе һәр кем тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителде. Ул оҙаҡ йылдар дауамында «Ревизские сказки», хужалыҡ кенәгәләренә һәм архив документтарына таянып төҙөлгән һәм «Табын» ырыуының 1842 вәкилен берләштергән. Нәсибулла Хәбибулла улы ата-бабаларының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ырыуҙаштары тормошон фотоһүрәттәрҙән төҙөлгән слайдтар ярҙамында сағылдырҙы. Уның сығышы барышында Иҫән хандың идара итеү осоро, һуңыраҡ уның ейәне, Нуртдин Әмиров ойошторған волость, артабан Бәҙертдин Насретдинов, Рәдис Латыпов, унан һуң үҙе Нәсибулла Хөснуллин, бөгөн Рәмил Саяповтың хужалыҡ итеү йылдары күҙ алдынан үтте. Эльбрус тауына алып менгән Тәтешле флагын һәм унан алған вулканик породаның бер киҫәксәһен ул райондың Тарих-крайҙы өйрәнеү музейына экспонат итеп бүләк итте.
Ғөмүмән, бүләктәргә һәм ҡотлауҙарға бай булды байрам. «Табын»ырыуының иң йәш һәм иң өлкән вәкилдәре Алмаз Ибраһимовҡа һәм Мәшүҙә Шәйхлисламоваға район Ҡатын-ҡыҙҙар советының почет грамоталары тапшырылды. Әйткәндәй, сараға килеүселәрҙең күбеһе Нәсибулла Хәбибулла улының ҡан ҡәрҙәштәре ине.
Өфө ҡунаҡтары – «Шәжәрә» тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге директоры, журналист, продюсер, филология фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, БР Милли архивы директоры урынбаҫары, «Табын ырыуҙары союзы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Сәлимов, БДУ-ҙың БР тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты Искәндәр Сәйетбатталов, Радик Бәхтиевтың сараға килеүҙәре һәм «Табын» ырыуы, тел, милләт тураһындағы йөкмәткеле сығыштары ҙур мәртәбә өҫтәне.
«Бай тармаҡлы шәжәрә төҙөп, бындай тантана үткәреү — республика кимәлендә ҙур күренеш», — тип белдерҙе Ниязбай Булатбай улы. Ул Нәсибулла Хәбибулла улына шәжәрә байрамдары ойоштороп, башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауҙа ҙур өлөш индергәне өсөн БР Дәүләт Йыйылышы — Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы, «Табын» ырыуы Рәхмәт хаттарын, Мәскәүҙә нәшер ителгән «Башҡорттар» китабын тапшырҙы.
Крайҙы өйрәнеүсе, Ғәли Соҡорой музейы хеҙмәткәре, Иҫке Соҡор ауылы имам-хатибы Бәхтегәрәй Арманшиндың башҡорт ырыуҙарын өйрәнеү һәм халыҡҡа еткереү өлкәһендә алып барған хеҙмәте лә баһалап бөткөһөҙ. Тантанала уның «Телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белеп, ғорурланып йәшәйек» тигән һүҙҙәре бөтәһе тарафынан да ҙур хуплау менән ҡаршы алынды.
Йыр-моңға ла бай булды байрам. Биләмә-ара мәҙәни ял үҙәге хеҙмәткәрҙәренең, баш ҡаланан килгән ижади ҡунаҡтар — «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсының гран-при хужаһы «Гүзәл данс» бейеү ансамбле, «Ҡурайсы» төркөмө һәм республикабыҙҙың халыҡ артисы, виртуоз-ҡурайсы, хөрмәтле ҡунаҡ Роберт Юлдашевтың һәр сығышы ҙур алҡыштар менән оҙатылды.
Бөгөн Нәсибулла Хөснуллин төҙөгән шәжәрә райондың Тарих-крайҙы өйрәнеү музейында урын алды. Теләге булған һәр кем уның менән яҡындан таныша ала.
— Шәжәрә төҙөү — бер кеше генә атҡарып сыға торған эш түгел. Ул ырыуҙаштарымдың, район хәкимиәтенең, музей хеҙмәткәрҙәренең ҙур ярҙамы менән башҡарылды. Уларға күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һәр кем үҙ быуынын, нәҫелен белеп йәшәһен ине. Ата-бабаларының тарихын өйрәнеп, үҙ шәжәрәһен төҙөргә теләге булғандарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙербеҙ, — тип райондаштарына матур теләген еткерҙе Нәсибулла Хәбибулла улы.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *