Президент ярышында 8 кандидат ҡалған

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы уҙған кис Рәсәй Федерацияһы Президентына тәҡдим ителгән кандидаттар яҡлы уларҙы хуплаған һайлаусыларҙың ҡултамғаларын ҡабул итеүҙе туҡтатты. Рәсәй Президенты урынына көрәштә һигеҙ кандидат ҡалды.

«Киске сәғәт 6-ла кандидаттарҙан ҡултамғаларҙы ҡабул итеүҙе тамамланыҡ, – тип хәбәр итте Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәйесе Элла Памфилова. –  Алты кандидат ҡултамғалар алып килде, ҡалғандары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «дистанциянан төшөп ҡалды» һәм был турала Үҙәк һайлау комиссияһына хәбәр итте. Тауыш биреү өсөн бюллетендә кандидаттарҙың иҫәбе һигеҙҙән артмауы аңлашыла инде. Әммә һайлау кампанияһында ҡатнашыусы кандидаттар һаны 10 февралдә билдәле була, шул ваҡытҡа Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡултамғаларҙы тикшереп бөтөргә тейеш».

Ҡултамғалар ҡабул итеүҙең һуңғы көнөндә Үҙәк һайлау комиссияһына түбәндәге дәғүәселәр үҙ файҙаһына йыйылған ҡултамғаларҙы тапшырҙы:

Ксения Собчак («Гражданлыҡ инициативаһы» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы)

Максим Сурайкин (РӘСӘЙ КОММУНИСТАРЫ КОММУНИСТИК ПАРТИЯ сәйәси партияһы).

Алдан Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына ҡултамға биттәрен:

Владимир Путин (үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе)

Григорий Явлинский («ЯБЛОКО» Рәсәй берләшкән демократик партия» сәйәси партияһы)

Борис Титов («ҮҪЕШ ПАРТИЯҺЫ» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы)

Сергей Бабурин («РӘСӘЙ ДӨЙӨМ ХАЛЫҠ СОЮЗЫ» ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАҺЫ – СӘЙӘСИ ПАРТИЯҺЫ) тапшырған.

Парламент партияларынан ике кандидат – Владимир Жириновский (ЛДПР) һәм Павел Грудинин (КПРФ) закон буйынса ҡултамға йыйыуҙан азат ителгән. Улар Рәсәй Федерацияһы Президентына теркәлгән кандидаттар булып тора.

Үҙҙәрен Рәсәй Федерацияһы Президентына тәҡдим итеүҙе хуплап, ҡултамға йыйыуҙа ҡатнашҡан ҡалған кандидаттар Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына билдәләнгән ваҡытта ҡултамға биттәрен тапшырмаған.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *