Путин йәнә яуап тота

Рәсәй президентының тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап биреү датаһы аныҡланды. Ул 7-се июндә буласаҡ.Трансляцияны “Беренсе канал”, “Рәсәй-1”, “Рәсәй-24”, “ОТР”(“Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы”), шулай уҡ “Маяҡ”, “Хәбәрҙәр ҒМ”, “Рәсәй радиоһы” алып бара. Президентҡа һорауҙарҙы телефон аша йәки смс- хәбәр итеп тә еткерергә мөмкин. Социаль селтәрҙәр ҙә ситтә ҡалмай. Һорауҙар бөгөндән ҡабул ителә башланы. Телефон һандары: 8–800–200–40–40. Шылтыратыу- бушлай. sms һәм mms-хәбәрҙәрҙе 0–40–40 һаны буйынса яҙырға була. Был турала Кремлдең рәсми сайтында хәбәр итәләр.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *