Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурста ҡатнашырға теләйһеңме?

Башҡортостанда йырсыларҙың Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсы уҙа. Сара 23 мартта күренекле артистың тыуған төйәгендә — Яңауылда ойошторола. 2018 йылда конкурс республика статусын алды.

Бәйгенең гран-прийы 100 мең һум тәшкил итә (профессиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыу номинацияларында 50-шәр мең). Конкурсҡа өҫтәмә белем биреү (балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре) учреждениеларында уҡыусылар, музыка һәм сәнғәт училищелары студенттары, юғары уҡыу йорттарының 1-2 курс студенттары, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар саҡырыла. Улар Радик Гәрәев репертуарынан бер йыр һәм халыҡ йырын башҡарырға тейеш.

Тулыраҡ мәғлүмәт — kultura-yanaul.ru сайтында. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34760) 5-45-74.

Радик Гәрәев (1956-1996) — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, бөтә Рәсәй һәм бөтә союз конкурстары лауреаты, «Ҡыҙыл ҡәнәфер» халыҡ-ара фестивалендә Гран-приға лайыҡ була, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *