Краснокама район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты конференцияһы үтте

Краснокама район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының отчет-һайлау конференцияһы ҡоролтайҙың яңы рәйесен һайлау менән иҫтәлекле булды. Быға тиклем был йәмәғәт эшен район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лира Мостаева алып бара ине.

Конференция уның сығышы менән башланып китте лә инде. Лира Рифҡәт ҡыҙы башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Район халҡының 30 проценты, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, башҡорт милләтен тәшкил итә. Район мәктәптәрендә 23 башҡорт теле уҡытыусыһы бар. Егерме бер мәктәптә 523 уҡыусы башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә, был барлыҡ башҡорт милләтенән булған уҡыусыларҙың 94,6% тәшкил итә. Бынан тыш, башҡорт булмаған 1512 уҡыусы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә, был башҡорт милләтенән булмаған уҡыусыларҙың 69,4 проценты тигән һүҙ.

Район клубтарында 322 үҙешсән коллектив эшләй, уларҙың утыҙ дүрте – башҡорт ижады буйынса. Яңы Ҡайынлыҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң «Йәдкәр» ҡурайсылар ансамбле «Өлгөлө» исемен йөрөтә.
Республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышлап киләһе йылда районда ололар коллективтары араһында «Театраль рампа» фестивале үтәсәк.

Районда ике балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. Белем биреү программаһы сиктәрендә «Башҡорт музыкаль әҙәбиәте», «Башҡорт бейеүе», «Сәнғәттәр тарихы: башҡорт рәссамдарының ижады» фәндәре өйрәнелә.
Ағымдағы йылдың июль айында Дүртөйлө районында унынсы республика Шәжәрә байрамы үткәрелде, унда беҙҙең район яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәновтың нәҫел ағасын тәҡдим итте.

Артабан конференцияла мәғариф бүлегенң туған телдәр буйынса методисы Регина Ғибаҙуллина «Рухи-әхлаҡи шәхес үҫтереүҙә һәм гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә милли мәғарифтың роле» темаһына сығыш яһаны.

Район үҙәк китапханаһының методик эштәр буйынса баш китапханасыһы Әминә Дәүләтова конференцияла ҡатнашыусыларҙы район мәҙәниәт усаҡтарының эше менән таныштырҙы.
Конференцияла резолюция ҡабул ителде, уның нигеҙен башҡорт телен һәм традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен, мәҙәниәтен һәм традицияларын хөрмәт итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, үҙ телеңә һәм мәҙәниәтеңә ҡарата һөйөү тәрбиәләү тәшкил итә.

Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе итеп Ҡуян ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Сәғитова һайланды.

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *