Республикала 2019 йылға ваҡытынан алда льготалы яҙылыу башланды

Башҡортостанда хәҙерге хаҡтар буйынса 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытынан алда яҙылыу башланды. Акция 31 авгусҡа тиклем бөтә почта бүлексәләрендә һәм сайтта дауам итә.

1 сентябрҙән төп яҙылыу кампанияһы башлана һәм тариф 7 процентҡа күтәрелә.

«Республикалағы бөтә бүлексәләрҙә «Изгелек ағасы» хәйриә акцияһы дауам итә. Теләгән һәр кем балалар йорттары, мәктәп-интернаттары, шулай уҡ оло йәштәгеләр һәм ветерандар йорттары адрестарына мабуғат баҫмаларына яҙыла ала», — тип хәтергә төшөрҙөләр Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығында.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *