Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенең 2017 йылғы йомғаҡтарына, 2018 йылдағы бурыстарға һәм яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә арналған киңәйтелгән кәңәшмә үткәрҙе.

Сарала республика Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары, предприятие һәм учреждение етәкселәре ҡатнашты.

— Сәсеүгә тиклем ваҡыт күп ҡалманы, хәл ителмәгән мәсьәләләр етерлек. Күрәһегеҙ, быйыл ҡыш күп кенә насар бүләктәр эшләне, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә яуым-төшөм, ҡар запасы юҡ. Ҡар ҡатламы саҡ 10 сантиметрға етә. Тупраҡта дым етешмәүҙең кризис билдәгә етеүе ихтимал. Февралдә лә ҡар шулай аҙ булһа, проблемалар булыуы мөмкин. Беҙгә төрлө хәл-ваҡиғаларға әҙер булырға һәм тейешле эш планын күҙ алдында тоторға кәрәк.

Республика Башлығы муниципалитет етәкселәренә урындарҙа тейешле кәңәшмәләр үткәрергә, хужалыҡтарҙан баҫыуҙарҙағы хәл, ужым культураларының торошо, уңыш буйынса фараздар тураһында мәғлүмәт йыйырға һәм кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн республика Хөкүмәтенә тапшырырға ҡушты.

Уның һүҙҙәренсә, ремонт өсөн кәрәк-яраҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, сифатлы орлоҡтар, минераль ашламалар, кредиттар менән тәьмин итеү буйынса мәсьәләләрҙе әле уҡ хәл итергә кәрәк.

—  Һөнәрҙәштәр, һеҙҙән республиканың ысын ихтыяжына, баҙар хәленә иҫәп тотоуығыҙҙы һорайым. Шунан сығып, пландар төҙөгөҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә донъя баҙарында уңышлы конкурентлыҡ итә һәм эске тотоноуҙы тулыһынса тәьмин итә алған заманса, юғары технологик агробизнес кәрәк.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *