Салауат Лоҡманов ҡапҡалар, ҡоймалар, эскәмйәләр эшләй

Бөгөнгө көндә ир-ат ниндәй өлкәлә генә эшләмәй, ҡатын-ҡыҙ ир-ат һөнәрен үҙләштергән кеүек, ирҙәр ҙә ҡатын-ҡыҙ һөнәрен инҡар итмәй хәҙер. Әммә тик ир-ат ҡына башҡара торған эштәр бик һирәк хәҙер. Шуларҙың береһе — тимер сүкеү.
Элек ауылда тимерсе иң абруйлы, иң кәрәкле кеше булған. Техника заманы еткәс, был һөнәрҙең кәрәклеге лә кәмей, уны үҙләштерегә теләүселәр ҙә юҡҡа сыға. Ә бына Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән Салауат Лоҡманов, киреһенсә, бер күп йылдар водитель булып эшләгәндән һуң, ошондай ауыр һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы шөғөл менән мауығып китә. Башта өлкән улы Вадим менән кескәй генә цех асып, төрлө биҙәү ҡорамалдары: шәмдәл, кейем элгестәр, мангал, беседкалар, теплицалар эшләй башлайҙар. Салауат төп эш урынын – вахта ысулы менән эшләп йөрөүен дауам итә. Вахтанан ҡайтыу менән цехҡа ашыға. Йәш эшҡыуар булараҡ, федераль бюджеттан субсидия алып, был аҡсаға кәрәкле станоктар һатып ала. Тора-бара заказдар ҙа арта бара, Салауат Агед улы цех эшен киңәйтеп ебәрә, кешеләрҙе эшкә яллай. Быйыл ҙурыраҡ бинаны арендаға алған, уның ҡарамағында алты кеше эшләй. Барыһы ла һөнәргә ижади ҡарашлы кешеләр, эшләйәсәк ҡорамалдарының эскиздарын үҙҙәре төшөрә. Төрлө сәскәләр, ҡоштар формаларын эшләйҙәр. Бөгөн Лоҡманов предприятиеһы ҡапҡалар, ҡоймалар, беседкалар, мангалдар, түбәләр, эскәмйәләр яһай. Шәхси эшҡыуар индивидуаль заказ буйынса эшләй.
Был матурлыҡты ижад итер өсөн яҡшы станоктар кәрәк: мәҫәлән, туғыҙ насадкалы Декор-3 станогы – тимер сүкеү өсөн иң кәрәкле ҡоролма. Унан тыш плазмалы киҫеү станогы, һандал, горн, иретеп йәбештереү, шымартыу аппараты бар. Материалдарҙы Өфө, Нефтекама, Магнитогорск ҡалаларынан алалар.
Салауат Агедович эшҡыуарлыҡ менән күптән шөғөлләнмәһә лә, шәфҡәтлелек сараларында ла ҡатнаша. Башта тыуған ауылы Яңы Уразай зыяраты өсөн ҡапҡа эшләп бирә, үткән йылдан Ағиҙел ҡалаһының урамын ул бүләк иткән Ғашиҡтар эскәмйәһе биҙәй.
Салауат Лоҡмановтың башында яңы идеялар барлыҡҡа килеп кенә тора, әгәр ҙә заказдар кәмеһә, ул тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, матурыраҡ, көнкүрешебеҙҙе биҙәрлек әйберҙәр уйлап сығарасаҡ.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *