Селфи йәштәрҙә генә түгел, өлкәндәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята

«Селфиҙы тыярға кәрәк» тигән фекерҙәр Рәсәй матбуғат биттәрендә әленән-әле күренеп ҡала. Рәсәй әрмеһендә хәрби техника янында селфи яһауҙы тыя торған закон ҡабул итергә тигән фекерҙе коммунистар партияһы күтәреп сыҡҡайны. Хәрби техника фонында фотоға төшөү донъяның күп армияларында тыйылған. Шул иҫәптән Америка Ҡушма штаттарында ла.
Хештег, инстаграм, селфи – телебеҙгә әле яңы ғына килеп ингән һүҙҙәр. Шул рәүешле интернет заманы башҡорт теленә лә байтаҡ һүҙҙәр алып килде. Әлеге неологизмдарҙы башҡортлаштырыу мәсьәләһе – үҙе бер проблема. Йәштәрҙә генә түгел, өлкән быуын вәкилдәрендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан «селфи» һүҙен бынан тиҫтә йыл элек ишеткән дә юҡ ине. Әлеге термин 2010 йыл баштарында таныла башланы.
Селфи – автопортреттың бер төрө, үҙ-үҙеңде фотоға төшөрөүҙе аңлата. Телефон йәки гаджетты тотоп, ҡулыңды һуҙып төшөрһәң, һүрәт үҙенсәлекле рәүештә, билдәле бер ракурста килеп сыға. Ул йә «аҫтан», йә «өҫтән» төшөрөлгән булыуы менән характерлы.
Замана шауҡымына йәштәр тиҙ ҡушылыусан. Әҙәп-сама хисен онотмаһаҡ, үҙ-үҙеңде һүрәтләүҙән зыян юҡ та һуң. Психологтар ҙа үҙ-үҙеңде яратырға ҡуша бит. Ҡайҙа, ҡасан, кем менән төшкәнеңде генә онотмаҫҡа кәрәк.
Һуңғы йылдарҙа ил буйлап үҙ-үҙен фотоға төшөрөргә яратыусыларҙың ҡурҡыныс, экстремаль шарттарҙа селфи яһауҙары нәтижәһендә үлеүҙәре хаҡында бер-бер артлы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Июнь айында Яңауыл ҡалаһында 16 йәшлек ҡыҙыҡай селфи яһарға тип поезд түбәһенә менгән, көҙөн Нефтекама ҡалаһында бер төркөм ҡыҙҙар Ленин урамындағы күп ҡатлы йорт түбәһенә менеп селфи яһаған. Ата-әсәләр ҡиммәтле фотоаппарат көйләнгән телефондар, селфи таяҡтар алып бирә балаларына. Әгәр ҙә бала социаль селтәргә көнөнә бер нисә селфи фотоһы ҡуя икән, был – селфиға бәйлелек билдәһе икән.
Ниһайәт дәүләт органдары ла был афәткә ҡаршы саралар күрергә кәрәклегенә төшөнөп килә. Беҙҙә шулай бит инде – әтәс арт һанды суҡығанды көтәләр. Әйтәйек, эске эштәр министрлығының рәсми сайтында фотоэкстрим яратыусыларға аңлатма биреп ҙур эш эшләгәндәр. Тик 10-14 йәшлек үҫмерҙең унда инеп, мәғлүмәт туплап ултырғанын ҡайһығыҙ күҙ алдына килтерә ала? Балалар баҡсаһынан алып, мәктәп программаһына кертергә ваҡыт, ата-әсәйҙәр ҡолағына туҡтауһыҙ кәртәләргә кәрәктер, минеңсә.
Беҙ бөгөн тормошобоҙҙы гаджеттарҙан, бигерәк тә селфиҙан башҡа күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Лифтҡа керһәк тә, осрашыуға барһаҡ та, селфи яһарға ашыға йәштәр. Mода уҙа ла китә ул, тик кеше ғүмерен генә кире ҡайтарып булмай. Һеҙгә бейек йорт түбәһендә, руль артында, күперҙә видеоселфи ҡәҙерлерәкме, әллә был донъяла әле йәшәргә теләйһегеҙме? Уныһын үҙегеҙ һайлаһығыҙ инде.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *