Синоптиктар ҡар ҡатыш ямғыр, ҡырау хаҡында иҫкәртә

Иртәгә, 29 майҙа, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы республикала төндә +1, +6 градус йылы, төньяҡ һәм таулы райондарҙа -3 градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшәсәк. Көндөҙ +11, +16 градус йылы. Өфөлә төндә +2, +4, көндөҙ +12, +14 градус йылы булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндөң тотороҡһоҙ булыуы көтөлә.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *