Страховка пенсияһының уртаса күләме арттырылғандан һуң 13 423 һумға етте

Ғинуар айында страховка пенсияһының уртаса күләме арттырылғандан һуң 13 423 һумға етте, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

2018 йылдың ғинуар айы өсөн пенсияларҙы финанслауға йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 16,3 миллиард һум буласаҡ.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 1 ғинуарҙан страховка пенсияһы, шул иҫәптән эшләмәгән пенсионерҙарҙың билдәләнгән түләүе 3,7 процентҡа индексацияланды.

Индексациялауҙан һуң билдәләнгән түләүҙең күләме айына 4 982,9 һум тәшкил итә, пенсия балының хаҡы – 81,49 һум (2017 йылда – 78,58 һум).

Республика пенсионерҙары 3 ғинуарҙан арттырылған пенсия ала башланы. 12 ғинуарҙан, килешеүҙәрҙә билдәләнгән срокта, пенсиялар һәм социаль түләүҙәр халыҡтың иҫәбенә кредит ойошмалары аша күсерелә, тип өҫтәнеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостанда йәшәүселәрҙе пенсия менән тәьмин итеүгә сығымдары 195,4 миллиард һум тәшкил итте.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *