«Тамыр» телеканалының «Бирешмә» төркөмө Праганан ике еңеү менән ҡайтты

Чехияның баш ҡалаһында «Прага буяуҙары» халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр фестивале тамамланды.

Республиканан «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы «Тамыр» телеканалының «Бирешмә!» төркөмөнә халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһау мөмкинлеге бирелде. Ҡыҙҙар һәм егеттәр «Йыр төркөмө» номинацияһында I дәрәжә лауреаты булды. Улар «Бирешмә!» һәм Зөһрә Бураҡаева һүҙҙәренә композитор Айҙар Хәмзиндың «Селпәрәмә» йырҙарын башҡарҙы.

Гәлсәр Байғусҡарова «Вокал. Соло» номинацияһында I урын яуланы. Уның конкурс программаһына Гөлнара Хәлфетдин һүҙҙәренә Айҙар Хәмзиндың «Ете ҡыҙ» һәм Джон Леннондың «Imagine» йырҙары инде. Жюри уның башҡарыуында айырым үткерлекте, эске көстө һәм үҙенсәлекте билдәләне.

Фестиваль Чехия Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында йыл һайын уҙғарыла. Был конкурс программаһында Ҡаҙағстандың, Грузияның, Арменияның, Словакияның, Эстонияның, Чехияның, Германияның, Финляндияның, Францияның, Рәсәйҙең коллективтары һәм солистары ҡатнашты. Фестиваль күп жанрлы. Йәш таланттар академия һәм халыҡ хорҙары, йыр ансамблдәре һәм солистары, бейеү ансамблдәре, халыҡ һәм классик бейеү солистары, ҡыллы, тынлы һәм халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре, фольклор коллективтары ярышты.

 

«Бындай саралар бөтә донъя буйлап мәҙәниәтте танытыуға булышлыҡ итә, шулай уҡ йәш таланттарға ижади потенциалын асырға һәм яңы сығыш яһау тәжрибәһен тупларға ярҙам итә, — тип һөйләне жюри ағзаһы, Италия пианиносыһы, композитор, Прага дәүләт операһы дирижеры Хосе Мигель Маскьетто. — Өфө ҡыҙҙары һәм егеттәре күңелемдә эҙ ҡалдырҙы. Тыңлауы еңел, үҙенсәлекле. Бик яҡшы башҡарыу! Улар беҙгә күтәренке кәйеф бүләк итте! Уларҙың башҡарыу һәм тамашасылар менән аралашыу оҫталығы һоҡландыра, үҙенә йәлеп итә. Бөгөндән мине «Бирешмә!» төркөмө фанаттары рәтенә индерә алаһығыҙ».

Халыҡ-ара балалар музыка фестивалдәре директоры Анастасия Кулхава (Чехия) шулай уҡ беҙҙең ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең сығышын юғары баһаланы һәм артабан да ҡатнашырға саҡырҙы.

«Беҙ музыка сәнғәтендә халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн асыҡ киңлек ойоштороуҙо, йәштәрҙә донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарына ихтирам тойғоһон уятыуҙы, төрлө ил балалары араһында дуҫлыҡты нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ, — тине ул. — Әйҙәгеҙ бергәләп ошо маҡсаттарға ирешәйек. Республикағыҙҙың йәш таланттарында ҙур потенциал тоям. Беҙҙең ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың конкурс сығышы ваҡ әйберҙәргә тиклем уйланып ҡуйылды. Йырҙарҙы ентекле һайлау, лаконик хореография, аражировкаларҙы ҡайтанан яҙҙырыу, дизайнер Сәлимә Усманованың башҡорт этникаһы элементтары менән модалы костюмдары. Былар барыһы ла лайыҡлы сығыш һәм иҫ киткес һөҙөмтә нигеҙе булды».

«Бирешмә!» йыр төркөмө башҡорт телендә бер үк исем аҫтында беренсе үҫмерҙәр сериалын сығарыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Дүрт герой – Данир, Гәлсәр, Хәйҙәр, Гөлгөнә – республикала меңәрләгән тамашасының кумирына әйләнде. Быйыл май айында «Бирешмә!» төркөмө, сериалдағы кеүек, балалар церебраль фалижынан яфаланған малайға дауаланырға ярҙам итте. «Бирешмә!»нең тарихы сериал сюжеты сигенән сыҡты һәм ысын тормошта лайыҡлы дауамын тапты.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *