«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса ихаталар төҙөкләндерелде

«Берҙәм Рәсәй» партияһы етәкселек иткән федераль проект 2017 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Рәсәйҙең кесе ҡалаларында уңайлы мөхит булдырыу өсөн федераль бюджеттан 20 миллиард һумдан артыҡ аҡса бүленде, шул иҫәптән Ағиҙел ҡалаһына — 7,5 миллион һум. Ҡала скверында спорт майҙансығын төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә, ә өс ихатала октябрҙә төҙөкләндереү эштәре тамамланыу уңайынан байрам саралары үтте.

Академик Курчатов урамындағы 1/11-се һәм 16-сы йорттар, Тыныслыҡ урамындағы 12-се йорт ихаталарында йәй буйы эш ҡайнаны. Теләгән һәр кеше ҡала хакимиәтенең сайтына кереп, ихаталарҙа башҡарылған эштәрҙе онлайн видеояҙманан күҙәтә алды. Башта был ихаталарҙа йыйылыштар үткәреп, ниндәй эштәр башҡарыласағы билдәләнде. Бында юлдар төҙөкләндерелеп, асфальт, тротуар плиткаһы һалынды, юл ситтәрендәге бордюрҙар, яҡтыртыу фонарҙары яңыртылды, яңы эскәмйәләр һәм сүп һауыттары урынлаштырылды. Шулай уҡ балалар майҙансыҡтарында иҫке формалар алыштырылды: воркаут менән шөғөлләнер өсөн тренажер, яңы тауҙар, сәңгелдәктәр барлыҡҡа килде. Уларҙы ҡала хакимиәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идараһы белгестәре менән ошо йорттарҙа йәшәгән кешеләр араһынан һайланған инициатив төркөм бергәләп билдәләне.

Күршеләр бергәләп сығып өмәләр ойошторҙо. Ир-ат ике ҡоролмаларҙы һүтеп алыуҙа, ҡоймаларҙы ремонтлауҙа ҡатнашты, ҡатын-ҡыҙҙар ағас-ҡыуаҡтар ултыртты, сәскә түтәлдәрен эшләне, буяу эштәрен башҡарҙы.

Тыныслыҡ урамындағы ихатаны презентациялау сараһында Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт министры урынбаҫары Илдар Шахмаев менән Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов, шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилуанов менән ҡала Советы рәйесе Рәсимә Синева ҡатнашты. Байрам айҡанлы, ихатаны йыйыштырыусы Рәсимә Чужекова бүләкләнде. Йорттарҙа йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар алдында «Иҙел» мәҙәниәт йортонда эшләп килгән балалар йыр һәм бейеү ансамблдәре сығыш яһаны, «Савитар» өҫтәмә белем биреү үҙәгендә шөғөлләнеүсе балалар ҙа үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, педагогтар балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйын һәм ярыштар ойошторҙо. Педагог Фәнисә Семенушкина гармунда уйнап, ҡунаҡтарҙың күңелен асты.

Академик Курчатов урамы 1/11-се йорт ихатаһындағы байрамды торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идараһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Күршеләр бергәләп театраль постановка, концерт номерҙары ҡараны, ағастар ултыртты.

Икенсе көндө байрам шул уҡ урамдағы 16-сы йорт ихатаһында дауам итте. Күршеләрҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары В.Ишкаев, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идараһы директоры Ә.Тимерғәлиева, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексә етәксеһе Ф.Мифтахова, ҡала Советы депутаты Ә.Грифленкова тәбрикләне. Саҡырылған ҡунаҡтар тантаналы рәүештә таҫманы киҫеп, күршеләрҙе сәк-сәк менән һыйланы. Кескәй артистар һәм «Йырлы йөрәктәр» дуэты сығыштарынан торған концерт программаһы ике сәғәткә яҡын барҙы. Был ихатала ла байрам күңелле ярыштар һәм самауырҙан сәй эсеү менән тамамланды.
Байрамдар үтте, ләкин ҡала хакимиәтендә был йүнәлештә эш туҡтап тормай: 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән программала ҡатнашыу өсөн яңы йорттарҙан заявкалар ҡабул итеү, дизайн-проект әҙерләү эштәре дауам итә.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *