Фларида менән Владимир Харлановтарҙың ғаиләһендә дүрт ҡыҙ үҫеп килә

«Ҡыҙлы йорт – наҙлы йорт», «Ҡыҙлы әсә – бәхетле әсә» тигән әйтемдәр йөрөй халыҡта. Шулай булғас, Фларида дүртләтә бәхетле – уның дүрт ҡыҙы бар! Етмәһә, бер-береһенә бер тамсы һыу кеүек оҡшағандар!
Фларида үҙе лә күп балалы ғаиләнән. Әсәһе Дания Ғаян ҡыҙы менән атаһы Рәлиф Туҡтағол улы өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Фларида – иң өлкәне. Ул да йәштән үк әсәһе кеүек өс балаға ғүмер бирергә хыяллана. Туғандарының бәпесе тыуғас, ҡыҙҙары: «Беҙгә лә бәпес кәрәк!» – тип йөҙәтәләр. Шулай итеп, дүртенсе ҡыҙ ҙа донъяға килә.

Өлкән ҡыҙҙары Дианаға – ун дүрт, Настяға – туғыҙ, Софьяға – алты, төпсөк Дашаға – ике йәш. Беренсе балаға олатай-өләсәйҙәр менән бергәләп исем юллайҙар. Икенсе ҡыҙға Владимир үҙ өләсәһенең исемен бирә. Ә Софья менән Дарьяға Фларида үҙе, мосолман исемдәренә яҡын булһын тип, исем бирә. Әйтергә кәрәк, төрлө милләтле ғаилә булһа ла, ҡыҙҙарға мосолман йолаһы буйынса исем ҡушҡандар.
Йәш әсә декрет ялында оҙаҡ ултырмайынса, эшкә лә сыҡҡан инде. Ул «Ростелеком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә менеджер булып эшләй. Нефтекама машиналар эшләү техникумын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеп, ике курсын тамамларға өлгөрә, тик балалары тыуғас, уҡыуын туҡтатып торорға мәжбүр була. Кесе ҡыҙы бер аҙ үҫкәс, уҡыуын дауам итергә планлаштыра Фларида.

Дүрт ҡыҙҙы тәрбиәләү бик күп матди сығымдар талап итә. Ғаилә башлығы Владимир Владимирович эштән ҡурҡмай, ике ерҙә эшләй: беренсеһе уҡыған һөнәре буйынса булһа (Эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры), икенсеһе иһә яратҡан шөғөлө менән бәйле – кистәрен ул Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә малайҙарҙы футбол уйнарға өйрәтә. Ҡатыны ла иренән ҡалышмай – аҙнаға бер нисә тапҡыр фитнес-клубҡа барып шөғөлләнергә етешә. Нисек барыһына ла өлгөрә һуң йәш әсә? Әлбиттә, бөгөнгө көндә хужабикәләрҙең тормошон электрон тауарҙар ныҡ еңелләштерә, бына Владимир ҙа, ҡатынының аштан һуң бер сәғәт буйына һауыт-һаба йыйыштырғанын күреп, йыуғыс машина алып биргән. Йәштәргә олатай-өләсәйҙәр ҙә ярҙам итә, балалар баҡсаһына бармаған көндәрҙә ҡыҙҙарҙы үҙҙәренә ала.

Ата-әсә эштә булғас, ҡыҙҙар үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа тиҙ өйрәнә. Диана әсәһенең төп ярҙамсыһы – өй йыйыштырырға ла, ашарға әҙерләргә лә ярҙам итә, һеңлеләрен дә ҡарай, кескәй Дарьяны балалар баҡсаһынан алып ҡайта. Әсәһе кеүек, ҡул эштәренә бик әүәҫ. Ә Настя үҙенән кесерәк Софьяға күҙ-ҡолаҡ булып тора. Ул Өҫтәмә белем биреү үҙәге бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә, йыш ҡына сәхнәлә сығыш яһай, конкурстарҙа ҡатнаша. Софья ла шул Үҙәккә йөрөй, мәктәпкә барырға әҙерләнә, Настяға оҡшап, йырларға, бейергә ярата. Кескәй Дашаның һәләттәрен күреп булмай әле, ул яңы һөйләшә генә башлаған. Ата-әсә ҡыҙҙарҙа үҙ миҫалдары менән китап уҡыу ғәҙәтен үҫтерә, Настя менән Софья китапханаға йөрөһә, Диана электрон китаптарға өҫтөнлөк бирә.

Ғаилә башта ике бүлмәле фатирҙа тора, аҙаҡ, балалар тыуып, дәүләт ярҙамын алғас, дүрт бүлмәлегә алыштыра. Машинаға ла һыйып булмай хәҙер, ҡунаҡҡа йөрөүе бик ауыр. Кейем-һалым алырға тип баҙарға бара башлаһаң, береһен дә өйҙә ҡалдырып булмай! Тимәк, ҙур машина алырға кәрәк. Ҡыҙлы кеше генә нисә алһыу төҫ барлығын белә! Бына ҡыҙҙарҙың бүлмәләрендә лә алһыу төҫ өҫтөнлөк итә, ә үҫмер Диана үҙ бүлмәһендә обой менән йыһазды алыштырырға теләй! Был мәсьәләләр барыһы ла әкренләп хәл ителер, сөнки Фларида менән Володя бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай, тәрбиә мәсьәләһе буйынса ла уларҙың фекерҙәре айырылмай. Шулай булмай ни, улар бит бер-береһен мәктәп эскәмйәһенән белә, сығарылыш йылдарында бер класта уҡығандар.

Декабрь айында Харлановтар гәлсәр туйҙарын билдәләне. Йола буйынса, барлыҡ туғандар бергә йыйылып, байрам итте, матур ҡотлауҙар, изге теләктәр яңғыраны. Беҙ ҙә шуларға ҡушылып, ҡыҙлы йорттоң артабан да сәскә атыуын теләп ҡалайыҡ.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *