Халиҡов уҡыуҙарына 10 йыл тулыу уңайынан тантаналы кисә үтте

Башҡортостан тарихындағы иң ауыр ваҡыттарҙа республика менән етәкселек иткән, 27 йәшендә генә БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе вазифаһын башҡарған абруйлы етәксе Муллайән Халиҡовтың исемен мәңгеләштереү, халыҡ хәтерендә яңыртыу эштәре республика кимәлендә бына инде 10 йыл дауамында башҡарылып килә.
Нефтекама дәүләт филармонияһында үткән сарала Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу аша халыҡтың танып белеү эшмәкәрлеген үҫтереү төп маҡсат булып торҙо. Сарала «Халиҡов фонды» етәксеһе Фәнил Шәрипов, Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Үтәкәев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төньяҡ төбәк-ара берләшмәһе рәйесе Рәйес Исмәғилев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Радик Бәхтиев ҡатнашты.
Тарих туҙанында хаҡһыҙ рәүештә исеме онотолған күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ын төҙөүҙең башында йөрөгән кешеләрҙең береһе Муллаян Халиҡовтың исемен тергеҙеүгә, эшмәкәрлеген өйрәнеүгә һәм халыҡҡа еткереүгә Нефтекама ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе тарихсы Фәнил Йәмғетдин улы Шәрипов күп көс һалған. Ул үҙенең сығышында Муллаян Дәүләтша улының эшмәкәрлеге, тормош юлы менән таныштырҙы.
Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны. Ул 1894 йылдың 4 февралендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бүздәк улусының Иҫке Аҡтау ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) башҡорт ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән.

Муллайән Халиҡов оҙаҡ йылдар буйы башҡорттарҙың үҙидараһы булыуы өсөн көрәшкән, шунлыҡтан милләтсе тип тә йәберләнгән.
М.Халиҡов 1909 йылға тиклем тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә белем ала, артабан Килем ауылында башланғыс рус мәктәбендә уҡый. 1915 йылда Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһындағы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен һәм уҡытыусылар семинарияһын уңышлы тамамлай. Шул уҡ йылды М.Халиҡовты Орск ҡалаһына башланғыс мосолман мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Бында ул 1917 йылдың октябренә тиклем эшләй. Артабан уны Темәс ауылындағы земство китапханаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр һәм шул ваҡытта Халиҡов Темәстә 6 йыллыҡ Башҡорт башланғыс училищеһында уҡыта.
1917 йылда Халиҡов Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. Ф. Я. Шәрипов яҙыуы буйынса, Муллайән Халиҡов 1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт һәм шул уҡ йылдың 22-29 авгусында Өфөлә уҙған II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнаша.
Муллайән Халиҡов үҙенең автобиографияһында яҙыуынса, 1918 йылдың 23 мартынан РКП(б)-ға яҙылып, советтар яғында йөрөй. Троицк ҡалаһы һәм өйәҙенең мосолман эштәре буйынса комиссары булып эшләй. Апрель айында Ырымбур төрмәһенән ҡотолған Әхмәтзәки Вәлиди йәшерен рәүештә Муллаян Халиҡов менән бәйләнешкә инә һәм уны милли хәрәкәт эшенә йәлеп итә. Зәки Вәлиди сәйәсәт майҙанынан китеү менән, башҡорт хәрәкәтенең төп идеологы, халыҡ, автономия мәнфәғәттәре өсөн көрәшсе ролен Муллайән Халиҡовҡа үҙ өҫтөнә йөкмәргә тура килә.
1937 йыл афәте Халиҡовтар ғаиләһенә лә ҡағыла. Күренекле дәүләт эшмәкәрен, нахаҡҡа ғәйеп тағып, атып үлтерәләр. Ҡатынын да ҡулға алалар. 1958 йылда ғына уларҙың икеһе лә аҡлана.
Тыуған илебеҙҙең данлы тарихы, республикабыҙҙың киләсәге өсөн көсөн йәлләмәгән шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса республикабыҙҙа бөгөн бик күп эш башҡарылған. Бүздәк районы тарихын өйрәнеүсе Ғәли Ғатауллин, документаль сығанаҡтарға таянып, «Аҡтауға ҡайтам әле» тигән китап баҫтырған. Тарихсы Фәнил Шәрипов, шәхестең тормош юлы һәм эшмәкәр-леген өйрәнеп, «Тәрән тамырҙар» романын яҙған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Муллайән Халиҡовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Күренекле дәүләт эшмәкәренең яҡты иҫтәлеген халыҡҡа ҡайтарыу буйынса тағы ла күп эш башҡарыласағына ышаныс ҙур, үткән сарала ҡабул ителгән резолюция проекты ошо турала һөйләй. Мәҫәлән, баш ҡаланың иң күркәм майҙанында уға арнап һәйкәл ҡуйылырына, урамдарҙың береһе уның данлыҡлы исемен йөрөтөрөнә, шулай уҡ Нефтекама Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында уның мөйөшөн булдырыуға оло шәхестең хаҡы бар.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *