Хаҡ хаҡты ҡыуа

Башҡортостан финанс аналитиктары бензинға хаҡ артыу сәбәптәрен атаны. Һуңғы ике аҙна эсендә генә республикала яғыулыҡ өсөнсө тапҡыр ҡиммәтләнде. Бер литрына хаҡ сама менән 1 һумға күтәрелде. Белгестәр әйтеүенсә, был тәү сиратта яҙғы баҫыу эштәренә бәйле, сәсеү барышында яғыулыҡҡа ихтыяж арта. Бензиндың артабан да ҡиммәтләнеүе көтөлә. Ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, 1 триллион ярым һумлыҡ дефицит булыуы мөмкин, хаҡ артыуы ошоға ла бәйле. Быйыл бензиндың сама менән ике һумға ҡиммәтләнеүе фаразлана.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *