«Юҡ» тип әйтеп ҡараным

Интернет тормошобоҙҙа ныҡлы урын алды. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ун йыл эсендә уның менән ҡулланыусылар һаны  биш тапҡырға артҡан. Эшебеҙ, ялыбыҙ, аралашыу – бөтәһе лә уның бәйле. Телефон, планшет йә иһә ноутбуктың өйҙә тороп ҡалыуын донъя бөтөүгә тиңләйбеҙ. Виртуаль тормоштағы дуҫтарыбыҙ менән аралашыуҙы ла ысын дуҫтар менән аралашыуға ҡарағанда яҡыныраҡ күрәбеҙ кеүек…

Бер саҡ шулай үҙемә һүҙ бирҙем: бер көн булһа ла Интернетһыҙ ғына йәшәп ҡараясаҡмын. Ниәтемде өйҙәгеләргә әйткәс, ниндәй шау-шыу ҡубыуын күрһәгеҙ икән! Һигеҙ һәм ун йәшлек ҡыҙҙарымды күндерә алдым, ә бына ирем яҡын да килмәне. Йәнәһе, уның ярты эше телефон аша башҡарыла, унан башҡа ул клиенттарын да, заказдарын да юғалтасаҡ һәм башҡалар… Йә, ярай, уныңса булһын, ғаиләне туйҙырыусы бит.  Үҙем уйлап тапҡан экспериментта унан башҡа ғына – ҡыҙҙарым менән ҡатнашырға булдыҡ.

Яңы йыл каникулдарының бер көнөн һайланым. Бер булғас булһын, тип, телефонымды ла һүндереп ҡуйҙым. Ҡыҙҙарымдыҡын да йәшерҙем.

Иртән ирем эшкә сығып китте. Көнөмдө планлаштырғанда, балаларҙы күптән вәғәҙә итеп тә,  бассейнға алып бара алмағаным иҫемә  төштө. Бассейн һүҙен ишеткәс, үрле-ҡырлы һикерҙе балалар. Тик бына машина иремдә, нисек барып етергә һуң әле? Йәйәү алыҫ ҡына  – ике саҡрымдан артығыраҡ. Башҡа ваҡыт булһа, такси саҡыртыр инем. Бөгөн телефон юҡ… Бер тапҡыр ғына ярайҙыр әле тип, өҫтәл тартмаһынан саҡ тартып сығарманым үҙен. Ярамай, тимәк, ярамай. Көн ҡояшлы, ҡар яуып тора. Йәйәү атларға булдыҡ. Һөйләшеп, шаярып бара торғас, килеп еткәнде лә һиҙмәгәнбеҙ.

Азалия менән Әлиәнең балалар бассейнында йөҙөргә өйрәнеүен ҡарап тороу үҙе бер мәрәкә булды. Әле бер-береһе менән уҙышалар, әле һыу сәсешеп уйнайҙар! Ҡулымда телефон булмағас, башҡа сара юҡ – туйғансы күҙәттем тегеләрҙе. Ҡайтырға йыйына башлағас ҡына аптырашҡа ҡалдым. Йылы бассейндан тышҡа алып сыҡмаҫмын бит инде. Бәхеткә, вахтала стационар телефон бар икән – такси саҡырттым.

Өйгә ҡайтып ингән ҡыҙҙар, ашап алыу менән үҙ бүлмәләренә инеп китте. Телефон рөхсәт ителмәгәс, улар күптән онотолған ҡурсаҡтары менән уйнарға булды. Уйынсыҡтар тартмаһынан күптән киҫкеләп ташлаған туҡыма киҫәктәрен тартып сығарҙылар. Энә менән еп һорап алып, бик оҙаҡ тегеү менән мәш килделәр. Үҙҙәре теккән итәк-кофталарҙы кейҙереп, ҡурсаҡтарын күрһәтергә алып сыҡҡас  – хайран ҡалдым, бына бит, телефон тотоп ултырыу һөҙөмтәһендә күпме таланттары юғала яҙған!

Ә мин күптән онотолған китабымды – электрон түгел – ысын китабымды ҡулыма алдым. Элек уҡымаған бер көнөм дә юҡ ине. Ә хәҙер.. Эх һин, интернет, күпме ваҡытымды урлағанһың… һиңә алданып, китапхана юлын да онотҡанмын, балаларҙың үҫкәнен дә күрмәй ҡалып ятам түгелме һуң…

Ғәҙәттә, ял көндәре бер-береһенә һыу тамсыһы кеүек оҡшаш. Ә бына Интернетһыҙ көнөм хәтеремдә нығыраҡ уйылып ҡалды. Ҡыҙҙарым менән бассейнға барыу, уларҙың рәхәтләнеп һыуҙа ҡойоноуы, «модельер» булып эшләп алғандан һуң, ҡәнәғәтлек хисе менән ятып йоҡлауҙары һаман да күҙ алдымда кеүек. Бынан һуң ҡая ул башымды кәрәкмәгән  мәғлүмәт менән тултырыу, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә Интернетта соҡоноуҙар… Балаларыма ла сик ҡуясаҡмын.

Бөгөн дә көн матур, аяҙ, ағастарға бәҫ ҡунған… Хәҙер ҡайтам да, ҡыҙҙарымды һырғалаҡҡа алып барам. Һеҙҙе лә саҡырам. Телефондарығыҙҙы ҡуйып тороғоҙ ҙа, әйҙәгеҙ беҙҙең менән!

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *