Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

2019 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға  төп подписка кампанияһы башланды. Шул уңайҙан  республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында башҡорт телендә сығып килгән берҙән-бер «Ҡурай» гәзитенә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.   Беҙ үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға һәм белергә тейешбеҙ. Ә беҙ иһә был төбәктә урынлашҡан ҡала һәм райондарҙағы ваҡиғаларҙы, яңылыҡтарҙы үҙ ваҡытында һеҙгә еткереп торорбоҙ, тип ышандырабыҙ.

Хаҡтарҙы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: почта аша яҙылған осраҡта (индексы − 00633) ярты йылға яҙылыу − 205 һум 38 тин, гәзитте редакциянан килеп алырға теләйһегеҙ икән – 150 һум , электрон версияны һайлаған осраҡта – 159 һум 60 тин аҡсағыҙ ҙа етә.
Беҙҙең гәзиткә яҙылығыҙ,  үҙегеҙ өсөн күп төрлө яңылыҡтар асығыҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *