Ҡазандан еңеү менән ҡайтты

Тәтешле районы Шүлгән мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Илида Хәмәҙуллина Башҡортостандан һайлап алыу турын үткән берҙән-бер ҡатнашыусы булараҡ, Ҡазанда Ҡаюм Насыри исемендәге XVI төбәк-ара фәнни-эҙләнеү уҡыуҙарында ҡатнашты.

Ул «Әнғәм Атнабаев ижадында ауыҙ-тел фольклоры сағылышы» тигән эҙләнеү эше менән «Шиғриәт. Халыҡ ауыҙ-тел ижады» секцияһында сығыш яһап, II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *