Ҡалтасыға республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде

Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова Ҡалтасы районына эш сәфәре менән килде.
Әминә Ивний ҡыҙы Краснохолм ауылының «Нефтсе» мәҙәниәт йортонда һәм сәнғәт мәктәбендә булды. Ул уҡытыусылар менән әңгәмәләште, уҡыу йорттарының матди базаһы менән ҡыҙыҡһынды.
Артабан район мәҙәниәт йортон реконструкциялау барышы менән танышты. Шулай уҡ Әминә Шафиҡова район музейында ла булды. Мәҙәниәт министры ҙур ҡыҙыҡһыныу менән стендтарҙы һәм экспонаттарҙы ҡараны. Почетлы ҡунаҡтар китабында иҫтәлекле яҙыу ҡалдырҙы.
Был саранан һуң Әминә Ивний ҡыҙы район граждандарын ҡабул итте.
— Ҡалтасы районы таланттарға бик бай төбәк. Район мәҙәниәте һәр ваҡыт яҡшы яҡтан телгә алына. Республикала ғына түгел, ә унан ситтә лә билдәле булған өлгөлө ҡалаҡсылар театры «Холмичтар» ҙур популярлыҡ яуланы. Шулай уҡ төбәк-ара «Көмөш бау» фестивале лә юғары кимәлдә үтә, – тине Мәҙәниәт министры.
Әминә Ивний ҡыҙы осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды, мари халҡы традицияларын һаҡлаған өсөн ҡалтасыларға рәхмәт әйтте.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *