“Ҡатын-ҡыҙ –милләт инәһе” конкурсында финалға сығыусылар араһында — Нефтекама ҡатын-ҡыҙҙары ла бар

Күңелдәрҙе үҫтереүсе байрам!

Нефтекама ҡалаһынан “Ҡатын-ҡыҙ –милләт инәһе” конкурсында финалға  филология фәндәре кандидаттары Роза Хөснуллина, Лилиә Зиннәтуллина, Гөлфирә Байбулатова үтте. Роза Дияс ҡыҙы Хөснуллина үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште.

«Март айы күңелле ваҡиғаларға бай булды. Конференцияла, ғаилә байрамында ҡатнаштыҡ. Һәм бына “Ҡатын-ҡыҙ –милләт инәһе” конкурсында финалға үтеүебеҙ билдәле булды. Күңелдәр ҡанатланып, беҙ тағы ла һөйгән Өфөбөҙгә юлландыҡ!

Сара Өфө ҡалаһының Профсоюздар һарайында тәғәйенләнгәйне. Бинаға килеп инеү менән беҙҙең күңелдәрҙе тантана алдынан ғына була торған тойғо биләп алды. Коридорҙар сибәр, үҙ-үҙенә ышанған, уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар менән тулған ине. Күбеһе башҡорт милли кейемендә: ҡашмау, елән, камзул, балитәкле күлдәктәр, көмөш биҙәүестәр таҡҡандар. Фойела башҡорт балы, китаптар, биҙәүестәр һатыуҙы ойошторғандар. Шулай ҙа был кисәнең төп байлығы: ҡатын-ҡыҙ ине. Улар — милли үҙаңды һаҡлаусылар, башҡорт халҡының рухын күтәреп тороусылар. Тап улар арҡаһында башҡорт теле, мәҙәниәте, әҙәбиәте, театры һаҡланып килә. Тап улар рухи яҡтан бай, тәрән аҡыллы быуын тәрбиәләй. Уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәхнәгә күтәрелгән һайын ошондай уйҙар сорнап алды. Беҙгә бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар бирҙеләр. Ә шулай ҙа иң мөһиме: һинең дә ошо тантананың бер өлөшө икәнлеген аңлау ине. Был сара күңелдәрҙе байытты, рухты күтәрҙе, көс бирҙе, киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә артылырға, бейегерәк маҡсаттар ҡуйырға, ижад итергә ҡанат ҡуйҙы. Һарайҙан беҙ бөтөнләй икенсе кешел​әр булып килеп сыҡтыҡ. Ошондай яҡты уйҙар, изге хистәр менән беҙ Нефтекамаға ҡайтып еттек һәм эшебеҙгә инде шул уйҙар менән барҙыҡ, беҙ ошо яҡты энергетиканы балаларға бирҙек. Бына ни өсөн кәрәк икән бындай саралар! Улар кешеләрҙе күтәрә, байыта, көслө итә, бәҫен арттыра».

 

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *