“Үҫеү баҫҡыстары” проектына йомғаҡ яһалды

Ғүмер-ғүмергә тормоштоң йәме — ҡатын-ҡыҙ булған. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡлаусы ла, хәстәрлекле әсә лә, балаларға белем биреүсе, туған телдең маяғы, илгә шәхестәр бүләк итеүсе, ҡыйыу, батыр, һылыу һәм мөләйем.. Тормош биҙәге ул ҡатын-ҡыҙ.
Бөгөнгө көндә үҫеп килеүсе ҡыҙҙарыбыҙ ошондай ҡатын-ҡыҙ булырға әҙерме? Ошоно күҙ уңында тотоп, Яңауыл районы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары район башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән берлектә “Үҫеү баҫҡыстары” тигән проект өҫтөндә эш башланы. Был проект республикала утыҙ меңлек грант отҡайны.
Уның нигеҙендә райондың 10-сы класс ҡыҙҙары менән бик күп оҫталыҡ кластары, тренингтар үткәрелде һәм йомғаҡлау сараһында алты ҡыҙ үҙҙәренең алған белемдәрен күрһәтеүҙә ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм йәш быуынға еткереү маҡсатында ойошторолған Ағинәйҙәр ҡоро ҙур эш башҡара. Был сарала ағинәйҙәрҙең сафы тағы ла тулыланды. Кисәлә ике ағинәйгә — Киҫәкҡайын ауылынан Дамира Фоат ҡыҙы Лоҡманова һәм Байғужанан Гүзәл Марсил ҡыҙы Тарисоваға — “Таҫтаҡ ябыу” йолаһы башҡарылды. Ағинәйҙәр йәш ҡыҙҙарға тәрбиәле, белемле, өлгөлө әсә булып үҫеүҙәрен теләне.
Балаға исем ҡушыу – яуаплы эш. Кеше тыуғас та алған исемен ғүмере буйына йөрөтә. Ата-әсәләрҙең күбеһе балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарай, ләкин бөтөнләй уйламай исем ҡушыусылар ҙа осрай. Башҡорт халҡы, донъялағы бөтә халыҡтар кеүек, үҙенең йәшәү дәүерендә үҙ исемдәре йыйылмаһын һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Кисәлә “Исем ҡушыу” йолаһы менән Ҡиҫәкҡайын ауылы мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре сығыш яһаны.
Ниһайәт, сәхнә түренә 1-се мәктәптең береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙары Гүзәл Яхина, Эльвина Ҡарамова, Гәүһәрәй Хәйҙәрова, 4-се мәктәптән Илиза Шәмүғолова, Алина Федосеева, лицей уҡыусыһы Эвелина Йәлилова күтәрелде. Улар киләсәктә ниндәй әсә, ҡатын, ниндәй һөнәр эйәләре булырға теләүҙәре тураһында һөйләне. Г.Хәйҙәрова, Э.Ҡарамоваларҙың сығышын жюри ағзалары юғары баһаланы.
Миңә, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, Эвелина Йәлилованың башҡорт телендә сығыш яһауы оҡшаны. Проект барышында ҡыҙҙар байрам өҫтәлен биҙәүҙә, аш-һыу оҫталығында, ҡатын-ҡыҙҙың йөҙө һәр саҡ сәләмәтлек менән балҡып торһон өсөн тирене ниндәй файҙалы матдәләр менән туҡландырып тороуҙа, йыл әйләнәһенә өйгә йәм, нур сәсеп торһон өсөн бүлмә гөлдәрен нисек тәрбиәләүҙә алған белемдәрен күрһәтеүҙә көс һынашты. Конкурстың еңеүсеһе һәм Гран-при хужаһы итеп бер тауыштан Гәүһәрәй Хәйҙәрова танылды.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *