Һайлауға ауыл кешеләре ғаиләләре менән килә

Һайлауға ғаилә менән килеү күркәм йола, сөнки шул рәүешле балалар һәм ейәндәр гражданлыҡ активлыҡтарын күрһәтергә өйрәнә.

Мин булған арала Яңы Нуғайҙа участкаға бер нисә ғаилә килде. Мәҫәлән, Исмәғилевтар ғаиләһе. Ғаилә башлығы Йәлил «Роснефть»тә эшләй, ҡатыны Фәнирә  хуҗабикә, өлкән улдары Фәнзил вахта ысулы менән эшләй, бәләкәйҙәре Фәнил шулай уҡ нефтсе. «Улар бик әүҙем ғаилә. Биләмәлә уҙған бөтөн сараларҙа ла ҡатнашалар. Яңы йылға хатта Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу булып кейенделәр. Һайлауҙарҙа Фәнирә агитатор булып эшләне», — тип маҡтай яҡташтарын биләмә башлығы Луиза Хөснийәрова.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *